Үҙегеҙ урман араһында йәшәп тә йорт һалырға ағас юллай алмайһығыҙмы? Шул уҡ ваҡытта шаңғырлап торған ҡарағайҙарҙың ылау-ылау булып ситкә китеүе борсоймо? Урмандарыбыҙҙы ҡуртымға алған ойошмалар ҡырҡылғаны урынына йәш үҫентеләр ултыртыу хәстәрен күрәме? Бәлки, бөгөн ығы-зығы тыуҙырған “Кроношпан” заводы төҙөлөшө хаҡында төплөрәк белгегеҙ киләлер. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларҙың барлыҡ һорауҙарына республикабыҙҙың урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы НӘБИУЛЛИН үҙе яуап бирәсәк.
Һорауҙарығыҙҙы 21 апрелгә ҡәҙәр хат менән баҫмабыҙҙың электрон адресына (bashgazet @mail.ru) ебәрә, шулай уҡ 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратып әйтә алаһығыҙ.