Матбуғатта орден-миҙал алған, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған алдынғыларҙың, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең, башҡа төр махсус хеҙмәт вәкилдәренең фотоһүрәттәре йыш бирелә. Шул күҙгә ташлана: күптәр наградаларҙы дөрөҫ тағып йөрөтмәй. Хәрби уставты, тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ныҡ иғтибар бирелгәнлектән, нигеҙҙә форма кейеүселәр уларҙы күкрәккә дөрөҫ таға, әрме хеҙмәтен үткәндәр ҙә яңылышмай. Әммә башҡа һөнәр эйәләре тураһында быны әйтеп булмай.
Орден-миҙалдарҙы йөрөтөүҙең раҫланған тәртибе булған кеүек, “халыҡ”, “атҡаҙанған”, “почетлы” һәм башҡа шундай маҡтаулы исемгә ҡушып бирелгән билдәләрҙе (знактарҙы) тағыуҙың үҙ ҡағиҙәләре бар бит. Һәр награда, мөһимлегенән сығып, билдәле тәртиптә урынлаштырыла.
Тантаналы шарттарҙа бүләкләнгәндән һуң матбуғат саралары өсөн фотоға төшөүсе атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрҙең, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ һылыуҡайҙарҙың наградалары күкрәктең һул яғына тағылырға тейеш. Ни өсөн ошо хаҡта аңлатылмай? Кеше үҙе белмәй икән, оло награданы тапшырыр алдынан булһа ла әйтелһә, яҡшы булыр.
Тәү ҡарашҡа ваҡ мәсьәлә тойолһа ла, оло наградаларҙы дөрөҫ йөрөтмәүҙәрен күреп, кәйеф ҡырылған саҡтар йыш була. Минеңсә, мәҙәнилек тап ошондай “ваҡлыҡ”тарҙан башлана ла инде.
Айсар ҮҘӘНБАЕВ,
запастағы хәрби хеҙмәткәр.