2006 йылда Рәсәй Президенты ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы саҡырып ҡайтарыу мөмкинлеге тураһында белдергәйне. Ә бит беҙҙең дә 500 меңдән ашыу башҡорт БДБ илдәренә һибелгән.
Дөрөҫ, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә ҡан-ҡәрҙәштәр үҙебеҙҙең элекке аҫаба ерҙәрҙә ғүмер кисерә. Ә бына ассимиляцияға бирелгән урындарҙан һәм алыҫ төбәктәрҙән милләттәштәребеҙҙе ҡайтарыу беренсе нәүбәттәге бурыс булһын ине. Кеше илдең төп байлығы бит.
Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың ситкә эшкә китеүен сикләү мөмкин түгелме? Үҙебеҙҙә эш юҡ тип әйтеп булмай – ҡайҙандыр килеп эшкә урынлашалар бит.
Күңелде өйкәгән икенсе мәсьәлә тураһында ла әйтмәй түҙә алмайым: Мәскәү ғалимдарын саҡырып, Өфөнөң 1500 йыллыҡ тарихҡа эйә булыуын раҫлатыу кәрәк. Нимә көтәбеҙ?