Был көндәр республикабыҙ почтальондары өсөн ҡыҙыу булды — улар заманса почта хеҙмәттәрен сифатлы итеп күрһәтеү буйынса оҫталығын һәм таһыллығын күрһәтте. Һәр береһенә етди һынау үтергә тура килде, сөнки “клиенттар”ҙың сетерекле һорауҙарына яуап биреү ҙә ҡаралғайны. Шулай уҡ почта ҡағиҙәләрен еренә еткереп белергә тейештәр ине. Ғөмүмән, бер-береңдең оҫталығын һынау көсөргәнешле барҙы. Жюри бер тауыштан Салауат ҡалаһынан почтальон Роза Ишкининаны еңеүсе тип билдәләне.
Йола буйынса бәйге иң яҡшы һөнәрмәндәрҙе асыҡлау менән бергә почта хеҙмәткәрҙәренең эшкә оҫталығын арттырыуға ла булышлыҡ итә. Сарала барлыҡ почтальондар ҙа ҡатнаша, ә улар республикала — дүрт меңдән ашыу.
“Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, Рәсәй почтаһында барған һуңғы үҙгәрештәр юҫығында ошо һөнәр эйәләре араһында оҫталыҡ конкурсы уҙғарыу айырыуса әһәмиәтле.
— Әле федераль почта операторы заманса логистика үҙәктәре асыуға миллиондарса һум инвестиция йүнәлтә. Әгәр беҙ ҡулланыусыға матбуғат баҫмаларын алып барып еткереүҙе дөрөҫ ойоштора алмаһаҡ (ә уны тап почтальондар атҡара), сығымдар үҙен аҡламаясаҡ, — тип белдерҙе почта етәксеһе.
Хәҙер Роза Ишкинина республикабыҙ почтаһы данын Пермь ҡалаһында үтәсәк округ бәйгеһендә яҡлаясаҡ. Ә “Йылдың иң яҡшы почтальоны” Бөтә Рәсәй конкурсының финалы Мәскәүҙә Рәсәй почтаһы көнө алдынан ойоштороласаҡ.