Үпкә һүҙҙәре урынлы ине17.01.2012
“Хеҙмәт ветераны” исеме кемдәргә биреләсәк?
“Ни өсөн мин хеҙмәт ветераны түгел? Ғәҙелһеҙлек бит был, беҙ ҙә хаҡлы ялға бер урында оҙаҡ йылдар эшләп сыҡтыҡ” тип оло йәштәгеләрҙән үпкә һүҙҙәре белдерелеп яҙылған хаттарҙы күп алдыҡ.
35—40 йыл стажға эйә ағай-апайҙарҙың дәғүәләре, һис шикһеҙ, урынлы. Улар өсөн льготанан бигерәк хеҙмәттәренең ваҡытында ғәҙел баһаланыуы ҡиммәт. Әммә, финанс мәсьәләһенә бәйле, һуңғы осорҙа хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙе билдәләү кисектерелде.
Вәғәҙә — иман, тигәндәй, Хөкүмәтебеҙ һүҙендә торҙо, йәғни оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан пенсионерҙарҙың быға тиклем “хеҙмәт ветераны” тигән абруйлы исемгә эйә булмағандарына быйыл 10 ғинуарҙан таныҡлыҡ бирелә башланы.
Уға ир-ат өсөн — 40, ҡатын-ҡыҙ өсөн 35 йылдан да кәм булмаған хеҙмәт стажына эйә булыусылар лайыҡ.
Ошо хаҡтағы закон проекты оҙаҡ йылдар эшләп, республикабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән өлкән йәштәгеләрҙең социаль яҡланыуын көсәйтеү маҡсатында әҙерләнгәйне. Хәбәр ителеүенсә, закон ҡабул ителде һәм 2012 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инде. Айлыҡ аҡсалата түләү 145 һум 93 тин тәшкил итә.
“Хеҙмәт ветераны” таныҡлығы алыу өсөн йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. 30 апрелгә тиклем өлгөрһәгеҙ, айлыҡ түләү 1 ғинуарҙан билдәләнәсәк. Әгәр 1 майҙан һуң мөрәжәғәт итһәгеҙ, шул ваҡыттан ала башлаясаҡһығыҙ.
— 2010 йылда “Оҙайлы эш стажына эйә булған хеҙмәт ветераны” исемен биреү хаҡында белешмә алыусыларға ла 2012 йылдың 1 майына тиклем халыҡты социаль яҡлау органдарына барырға кәрәк, — тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Таныҡлыҡ алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау органдарына паспорт йәки шәхесегеҙҙе раҫлаған башҡа документ, пенсия кенәгәһе, 3х4 см ҙурлыҡтағы фотокарточка, стажды раҫлаған документ (пенсия билдәләгәндә Пенсия фондынан бирелгән белешмә, ул юғалған осраҡта, хеҙмәт кенәгәгеҙҙе) тапшырыу мотлаҡ.
М. ХАРИСОВА.


Вернуться назад