1967 йылдан бирле 2 апрелдә Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Бөгөнгө көндә балаларҙы китап ҡыҙыҡһындырамы? Ошо һорау менән ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.
Венер Исхаҡов, яҙыусы: — Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙҙең бала саҡтағы һымаҡ хәҙер йотлоғоп китап уҡымайҙар. Уҡыусылар әҫәрҙе программаға ярашлы белергә тейеш булғаны өсөн генә уҡый. Быға нимә ғәйепле һуң? Телевидение, Интернет балаларҙы китаптан ситләштереүсе төп сығанаҡҡа әүерелде. Нисек кенә булмаһын, һәр кешегә кескәйҙән китапҡа, ваҡытлы матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Китап – өнһөҙ уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә. Ул балаларҙың аң кимәлен үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен арттыра.
Әлиә Дәүләтова, хужабикә: — Балаларыма китаптарҙы йыш алам. Әле кескәй саҡтарында уҡ уларға мажаралы әкиәттәрҙе уҡый торғайным. Хәҙер китап магазинына барһаҡ, балалар үҙҙәре, китап алайыҡ, тип өтөп алып бара. Туғандарыбыҙ ҙа балаларымдың тыуған көнөнә нимә бүләк итергә тип баш ватмай. Бәләкәстәрем өсөн китаптан да ҡәҙерлерәк нәмә юҡ.
Рәйлә Мәҡсүтова, уҡытыусы: — Китапҡа ҡарата һөйөү балаларҙа һүрелгәндән-һүрелә бара. Улар заман технологияларына нығыраҡ өҫтөнлөк бирә. Кеҫә телефонындағы мауыҡтырғыс уйындар уларҙың иғтибарын китаптан айыра. Компьютер тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күңелде арбарлыҡ китаптар күп ул, балалар өсөн дә сығып тора. Ләкин ата-әсәләрҙең бәләкәйҙән үк китапҡа һөйөү тәрбиәләмәүе арҡаһында нәфис әҙәбиәткә ихтыяж кәмей.
Айрат Сирбаев, журналист: — Аркадий Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы” китабын совет осоронда уҡымаған кеше ҡалмағандыр. Ошо әҫәрҙә тотош быуын тәрбиәләнде. Хатта төпкөл ауылдарҙа ла “Тимурсылар” командаһы төҙөп, өлкән йәштәге кешеләргә ярҙам итеп йөрөнөләр. Бына бит бер китаптың ғына йоғонтоһо ниндәй көслө булған! Бөгөн беҙҙә китап культы юҡ. Күп нәмә дәүләт етәкселегенең мөнәсәбәтенә лә бәйле. Йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа аныҡ саралар ҡабул ителергә ваҡыттыр.
Сәлиә Мәхмүтова, китапханасы: — Мәктәптә кластан тыш дәрестәрҙе күберәк үткәрһендәр ине. Яңынан-яңы китаптар сығып тора, ә уларҙың барыһы ла уҡыу программаһына шунда уҡ инеп өлгөрмәй бит. Беҙҙең китапханаға яңы китап килгәс тә уҡыусыларға тәҡдим итәм. Улар буйынса йыш ҡына асыҡ сәғәттәр үткәрәбеҙ. Күпселек ата-әсә китаптың әһәмиәтен баһалап бөтмәй, шуныһы үкенесле.
А. Абҙаҡов яҙып алды.