"Фатирымды ейәнемә бүләк итергә теләйем, быны нисек ғәмәлгә ашырырға, нотариуста килешеү төҙөтһәм, етәме?" кеүек һорауҙарҙы оло быуын кешеләренән йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, фатир бүләк итеү тәртибе ниндәй һуң?
Бөгөнгө закондарға ярашлы, фатир хужаһы бүләккә ҡабул итеп алыусы менән килешеү төҙөргә һәм уны теркәү органдарына, атап әйткәндә, "Росреестр" бүлексәһенә тапшырырға тейеш. Документтар кадастр палатаһының һәм күп функциялы үҙәктәрҙең офистарында ла ҡабул ителә. "Росреестр"ҙа документтарға хоҡуҡи экспертиза үткәрелә, килешеүҙең законлылығы тикшерелә һәм, ҡаршылыҡ булмаған осраҡта, бүләк ҡабул итеүсенең фатирға милек хоҡуғы 18 көн эсендә теркәлә.
Килешеү төҙөр өсөн нотариусҡа барырға кәрәкме, юҡмы? Гражданлыҡ кодексында, фатирҙы бүләк итеү тураһында килешеү мотлаҡ нотариуста раҫланырға тейеш, тигән талап юҡ. Шуға күрә бүләк итеүсе һәм бүләк-фатирҙы ҡабул итеүсе тейешле килешеүҙе төҙөр өсөн, үҙҙәренең теләгенә ҡарап, нотариусҡа мөрәжәғәт итә йә иһә быны үҙаллы эшләй ала. Килешеүҙе юридик фирмаларҙа төҙөргә лә була.
Нотариустарға ҡағылышлы мәсьәләлә шуны әйтеп үтергә кәрәк. 2014 йылдың февраленән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, нотариус раҫлаған күсемһеҙ милек килешеүҙәренең законлылығын "Росреестр" тикшермәй, йәғни бөтә яуаплылыҡ нотариустарға йөкмәтелә. Был, үҙ сиратында, дәүләт теркәүе срогын кәметеүгә булышлыҡ итә. Нотариус раҫлаған күсемһеҙ милек килешеүҙәре биш эш көнө эсендә дәүләт теркәүе үтәсәк. Килешеүҙе һәм тейешле документтарҙы нотариус, уның хеҙмәткәре милек хужалары исеменән "Росреестр"ға тапшырырға һәм әҙер документтарҙы алырға ла хоҡуҡлы.
Килешеүҙе төҙөгәндә ҡайһы бер талаптарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Атап әйткәндә, фатирҙы бүләк итеү тураһындағы килешеүҙең йөкмәткеһенә ҡарата түбәндәге мотлаҡ талаптар ҡуйыла. Беренсенән, килешеүҙә фатирҙың бушлай һәм бер ниндәй шартһыҙ бирелеүе сағылыш табырға тейеш. Мәҫәлән, килешеүҙә "мин фатирҙы бүләк итәм, ә фатирҙы бүләк итеп алыусы шуның өсөн мине ҡарарға тейеш" тигән һүҙҙәр бар икән, тимәк, был документтың законлы көсө юҡ. Икенсенән, бүләк ителәсәк фатирҙың билдәләре аныҡ күрһәтелергә тейеш. Йәғни адресы, һаны, майҙаны, ниндәй ҡатта урынлашыуы, кадастр, инвентарь һандары кеүек мәғлүмәттәр.
Тормошта шундай осраҡ була: милек хужаһы фатирын бүләк итеү тураһында килешеү төҙөй, әммә уны теркәү органдарына тапшырып өлгөрмәй вафат була. Бындай осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килешеү законлы көскә эйә түгел – бүләккә өмөтләнеүсе фатирға дәғүә итә алмай.
Фатирҙы бүләк итеү тураһында килешеү – ғәмәлдә, ике яҡлы килешеү. Был ике яҡтың да – бүләк итеүсенең дә, бүләк-фатирҙы алыусының да ризалығы, килешеүҙә ҡултамғаһы булырға тейеш тигәнде аңлата. Фатир бер нисә кешенең уртаҡ милкендә икән, бүләк итеү өсөн барыһының да ризалығы кәрәк. Әгәр ҙә фатир өлөштәргә бүленгән икән, өлөш хужаһы, башҡаларҙан ризалыҡ алмайынса, үҙ өлөшөн бүләк итә ала.
Был килешеүҙең ошондай үҙенсәлеге лә бар: бүләкләнеүсе теләгән ваҡытта бүләк ителгән фатирҙан баш тарта ала. Килешеү теркәү органдары аша үткән осраҡта, милектән баш тартыу тураһында ғариза ла дәүләт теркәүе органдары аша үтергә тейеш. Шулай уҡ бүләк итеүсе ҡайһы бер осраҡта фатирын кире юллай ала. Мәҫәлән, бүләкләнеүсе иртәрәк вафат булһа, бүләк итеүсе фатирын кире ҡайтара ала, тик был шарт килешеүҙә сағылыш табырға тейеш.
Йыш ҡына олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренә фатирҙарын бүләк итә. Әгәр ҙә балаға 14 йәш тулмаған икән, килешеүҙе бала исеменән ата-әсә төҙөй. Ә 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар төҙөгән осраҡта, ата-әсәнең яҙма ризалығы кәрәк буласаҡ.
Йәнә шуны тағы бер тапҡыр ҡабатлағы килә: күсемһеҙ милекте бүләк итеү тураһында килешеү мотлаҡ дәүләт теркәүе органдарына тапшырылырға һәм фатирҙы бүләккә ҡабул итеп алыусының хоҡуғы махсус реестрҙа теркәлергә тейеш. Юҡһа фатир бүләк итеү законға ярашлы башҡарылған тип һаналмай.
Әлфинә ҠАРАҒУЖИНА,
"Росреестр"ҙың Башҡортостан
буйынса идаралығы белгесе.