Бураҙна һынар бер аҙҙан02.04.2014
Яҙғы баҫыу эштәренә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һабанда һайрашыр мәлде республика игенселәре нисек ҡаршылай? Ошо һорауға яуап табыу өсөн бер нисә район гәзитенә күҙ һалдыҡ.

Быйыл сәсеү майҙанын 20 процентҡа арттырып, 20 мең гектарға еткереү бурысы ҡуйыла, тип хәбәр итә Ғафури районының “Табын” гәзите. Бының өсөн өҫтәмә рәүештә 600 тонна орлоҡ кәрәк. Минераль ашлама туплау буйынса ла алда ҙур эш тора. Ғөмүмән, район игенселәренә яҙғы эштәрҙе атҡарыу 40 миллион һумға барып баҫасаҡ.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ф. Ибраһимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, шәкәр заводтары, һөт комбинаттары менән аванс биреү буйынса һөйләшеү алып барыла. Ләкин сеймал эшкәртеүселәрҙең эш шарттары бик ауыр, ти урынбаҫар, шулай ҙа күнмәй сара юҡ, сөнки быйыл дәүләт яғынан ярҙам һиҙелерлек кәмене, алмаш частар ҙа ҡиммәтләнде.
“Центральная” ауыл хужалығы дәүләт унитар предприятиеһы МТС-ының Саҡмағош филиалы Кушнаренко бүлексәһендә сәсеүгә әҙерлек мәсьәләһе көн һайын күтәрелә, тип яҙа Кушнаренко районының “Авангард” гәзите. Бында ауыл хужалығы техникаһын йүнәтеүсе махсус бригада былтыр көҙ ойошторолғайны. Яңыраҡ тракторҙарға үткәрелгән техник күҙәтеүҙә был тәжрибә яҡшы баһа алды. Ойошманың ауыл хужалығы ерҙәре 15,8 мең гектарҙы биләп, шуларҙың өстән бер өлөшөнә ужым сәселгән, ҡалғанын яҙғы культуралар биләйәсәк. Яҙғы кампанияны уңышлы үткәреү өсөн алты-ете сәсеү комплексы ойоштороласаҡ, ти баҫма. Бүлексә кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәй, белгестәре лә тәжрибәле.
Федоровка районының “Ашҡаҙар таңдары” гәзите хәбәр итеүенсә, “Азат” яуаплылығы сикләнгән ширҡәтендә тракторҙарҙың барыһы ла тиерлек әҙер. Баш инженер М. Хәлитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, алмаш частарға ҡытлыҡ юҡ, шуға күрә техниканы әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар күҙәтелмәй. “Быйыл ике “Беларусь” тракторы ҡайтарҙыҡ, – тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Рәфис Дашкин, – тағы ла дүрт комбайн көтөлә”. Ширҡәттә сәсеү орлоғо мәсьәләһе лә тормай.
Шәхси эшҡыуар В. Бикмырҙиндың крәҫтиән (фермер) хужалығында яҙғы сәсеүгә әҙерлек буйынса семинар-кәңәшмә үтәсәк, тип хәбәр итә Ҡалтасы районының “Калтасинская заря” гәзите. Унда сәсеү агрегаттары күрһәтелеп, белгестәр сығыш яһаясаҡ. Тракторҙарҙы һәм сәсеү техникаһын әҙерлек һыҙығына ҡуйыу буйынса атҡараһы эштәр етерлек, 500 тонна минераль ашлама алаһы бар. Әлегә уны “Восход” ауыл хужалығы предприятиеһы ғына 80 тонна ҡайтартҡан. Дизель яғыулығы, май һәм бензин алыу өсөн хужалыҡтарға “Башнефть” акционерҙар компанияһының яңы “Региональные продажи” филиалы менән килешеүгә ҡул ҡуйырға кәрәк буласаҡ.
Яҙғы сәсеүгә әҙерлек буйынса район кәңәшмәһе үтте, тип яҙа Мишкә районының “Дружба” гәзите. Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Р. Барыевтың мәғлүмәте буйынса, ужым һәйбәт ҡышлаған. Әлегә сифатлы орлоҡ һатып алыу планлаштырыла.
Мәғлүмәттәр менән
Мөхәммәт ФӘЙРУШИН
танышты.


Вернуться назад