Болондарҙы трактор тауышы күмер көндәргә лә күп ҡалманы. Ер кешеһе, ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн яуаплы осор яҡынлаша. Көҙөн мул уңышҡа иҫәп тотоу өсөн тап ошо мәлдә билеңде биштән быуырға кәрәк. Был йәһәттән Нуриманда хәлдәр нисек? Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Фаяз Хәлилов менән ошо хаҡта һөйләштек. Һүҙ — уға:
– Райондың 78 проценттан ашыу майҙанын урман биләй. Беҙҙәге тупраҡ составы игенселек менән шөғөлләнеү өсөн ҡулайлы булмаһа ла, күңел һалып эшләгәндә барыбер яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген аңлайбыҙ. Шуға ла ауыл хужалығы тауарын етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү, сәсеүлек майҙанын киңәйтеү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, 2014 – 2016 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү буйынса программа ҡабул ителде, ул район ҡаҙнаһынан финанслана. Программа тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу, ғаилә фермаларын, шәхси хужалыҡтағы һөт малсылығын үҫтереү, экология һәм тәбиғәт ресурстарын күҙ уңында тотоу кеүек йүнәлештәрҙә эшләйәсәк. Былтыр агросәнәғәт комплексы предприятиелары 40,7 миллион һум күләмендә субсидия юлланы, бөтәһе 94 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алынды.
Ауыл халҡын ерһеҙ күҙ алдына килтереп буламы икән? Әүәл-әүәлдән ерле халыҡ бай, көслө һаналған. Шуға ла районда ҡарауһыҙ ятҡан баҫыуҙарҙы тергеҙеү, сәсеүлектәрҙе киңәйтеү йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Һуңғы дүрт йылда иген культуралары майҙаны 51 процентҡа артты. Былтыр 3 мең 600 гектар ергә ужым культуралары сәселде, был сәсеүлектәрҙең 43 процентын тәшкил итә. Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл тип әйтеп булмай, хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Шулай ҙа кәйефһеҙләнеп, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ.
Бөгөн беҙҙең эшсәндәр яҙғы сәсеүгә етди әҙерләнә. Бигерәк тә “Иҙел”, “Алекс” хужалыҡтарын айырым телгә алғы килә. “Иҙел” алты йыл самаһы орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнә. 2010 йылдан тоҡомсолоҡ буйынса ла уңышлы ғына эшләй. “Алекс”тың да күрһәткестәре юғары. Быйылдан ул да ошо йүнәлештә эш башларға йыйына, әле барлыҡ документтар тупланып, Мәскәүгә оҙатылды. Ике ойошма ла яҙғы сәсеүгә тулыһынса әҙер, матди базалары һәйбәт. Тағы шуны әйтергә кәрәк: “Иҙел” орлоҡ әҙерләүгә тотонғас та районда гектар ҡеүәте ике-өс центнерға артты.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип боронғолар белмәй әйтмәгән. Шуға ла ер ҡуйынына һалынасаҡ орлоҡҡа айырыуса иғтибар ҙур. Бөтә хужалыҡтар ҙа тулыһынса орлоҡ менән тәьмин ителгән. Барыһы ла дәүләт реестрына ингән, сифатлы. Техника етерлек. Ужымды туҡландырыу йәһәтенән дә эш алып барыла.
В. АЙҘАРОВ яҙып алды.