Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте02.04.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәтенең граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм башҡарыу бүлегенең баш белгесе Гәрәева Людмила Яковлевна, “Башавтотранс” предприятиеһының Сибай предприятиеһы бригадиры Ибраһимов Ирек Рәсүл улы, Өфө ҡалаһындағы Электр транспорты идаралығының баш инженеры Камалов Сәғит Сабирйән улы, Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы аппаратындағы бүлек мөдире урынбаҫары Мартышкин Андрей Леонидович, Көйөргәҙе районындағы “Коммунальник” йәмғиәтенең генераль директоры Матвеенко Александр Евгеньевич, “УРАЛСИБ” йәмғиәтенең Ҡалтасы ауылындағы бүлексәһе идарасыһы Миңләхмәтова Рита Хәлит ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратындағы мәғлүмәт технологиялары, сәнәғәт, энергетика, фән һәм инновациялар департаментының бүлек советнигы Мироненко Алексей Иванович, “Инман” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең токары Мырҙағәлиев Фәтҡрахман Абдулхаҡ улы, Туймазы ҡалаһындағы Балалар художество мәктәбе директоры урынбаҫары Сафонова Ольга Александровна, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Баҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы шоферы Фәррәхов Зөлфир Карам улы, Благовар районындағы Күсәрбай ауыл Советы биләмәһе башлығы Фәрхетдинов Радик Рәүеф улы, Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетындағы бүлек начальнигы, дәүләт торлаҡ инспекторы Фәхретдинов Олег Хәлит улы, Сибай ҡалаһындағы 24-се һөнәрселек лицейы директоры Хәсәнов Ғайса Әхмәҙулла улы, Өфө ҡалаһындағы “Автоклад” ҡулланыусылар йәмғиәте шоферы Шәйхетдинов Фәнис Зыятдин улы, Илеш районындағы “Уют” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте слесары Яппаров Рәүис Тимерйән улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


Вернуться назад