Башҡортостан улдарын әрмегә оҙата02.04.2014
Башҡортостан улдарын әрмегә оҙата
Илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Был хаҡтағы махсус Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Уға ярашлы 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге 154 мең Рәсәй Федерацияһы гражданы хеҙмәткә саҡырылырға тейеш.

Республика Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл беҙҙән 5 800 самаһы кеше хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Башҡортостан илдә йыл һайын әрмегә иң күп һалдат ебәреүсе төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәле. Былтыр республиканан йәмғеһе 12 200 егет хеҙмәткә оҙатылған.
Көҙгө саҡырылыш һөҙөмтәләре түбәндәгесә: республиканың район һәм ҡалаларында урынлашҡан комиссиялар ултырышына барлығы 24 мең кеше килгән. Улар араһынан 6 700 егет армияға оҙатылған, 20 меңгә яҡыны төрлө сәбәптәр буйынса ваҡытлыса хеҙмәттән кисектерелгән. Ундайҙарҙың бер өлөшөнөң һаулығы хеҙмәт итеүгә ярашлы булмаһа, күпселеге уҡып бөткәнсе бармай торасаҡ. Шулай уҡ ғаилә хәле буйынса һәм енәйәт өсөн язаға тарттырылғандар ҙа ваҡытлыса әрменән азат ителә. Былтыр саҡырыу комиссияһына 113 кеше бөтөнләй сәбәпһеҙ килмәгән. Хәрби хеҙмәттән ҡасҡан өсөн 775 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 91 эш тәфтиш органдарына тапшырылған.

Зәлифә БАРЛЫБАЕВА, ике һалдат әсәһе:
– Игеҙәк малайҙарым әле әрмелә хеҙмәт итә. Ут йотоп йөрөйөм тиһәм, һис арттырыу түгел. Бынау Украиналағы, Ҡырымдағы хәлдәр иһә бигерәк ҡотто осорҙо. Телевизор аша ла көн һайын тиерлек, һуғыш башланып ҡуйһа, тигәнерәк хәбәрҙәр булды. Кемдең ғәзиз балаһын “ҡыҙыу нөктә”гә ебәрткеһе килһен инде? Күршеләрҙең улын, ул-был хәл була ҡалһа тип, һуғышҡа ебәрергә әҙер тотҡандар, ти. Аллам һаҡлаһын, тормош тыныс булһын, улдарым иѕән-һау ҡайтһын тип көтәм.

Ирек ЗАКИРОВ, эшһеҙ, яңы ғына әрменән ҡайтҡан:
– Юғары уҡыу йортон тамамлағас, әрмегә алдылар. Эшкә урынлашырға, тәжрибә тупларға ла өлгөрмәнем. Хеҙмәттән көҙ ҡайтһам да, һаман эш таба алмайым. Армия кәрәк булдымы икән, юҡмы – аныҡ ҡына яуапты белмәйем. Шулай ҙа тормошҡа ҡарашым үҙгәреп ҡайтты.
Дамир ИШТАНОВ, шофер, ун йыл элек хеҙмәт иткән:
– Мине бер генә нәмә аптырата: ни эшләп дүрт миллионлап кешеһе булған Башҡортостан саҡырыу һайын 5-6 мең һалдат ебәрә лә, ун миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Мәскәүҙән барыусылар меңгә лә тулмай? Ғөмүмән, әрмелә милли республикалар вәкилдәре күпселекте тәшкил итә. Мин хеҙмәт иткәндә лә шулай ине, әле лә ошо уҡ хәл.


2014 йылғы яҙғы саҡырылыш осоронда граждандарға үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итеү өсөн “ҡыҙыу линия” бәйләнеше эшләй
* Башҡортостан хәрби комиссариатында – 8 (347) 228-02-92 – йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, 276-65-76 – юридик бүлек, 253-13-48 – граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге.
* Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһында – 250-05-10 – Өфө гарнизоны прокуроры.
* Ашығыс психологик ярҙам – 8 (800) 70-00-183.
* Хәрби комиссариаттың Өфө ҡалаһындағы Дим районы һәм Өфө районы бүлеге – 227-61-94.
* Хәрби комиссариаттың Өфө ҡалаһындағы Киров һәм Ленин райондары бүлеге – 254-19-76.
* Хәрби комиссариаттың Өфө ҡалаһындағы Октябрь һәм Совет райондары бүлеге – 241-49-55, 241-37-99.
* Хәрби комиссариаттың Өфө ҡалаһындағы Орджоникидзе һәм Калинин райондары бүлеге – 238-57-18.


Вернуться назад