Яңы ҡушымта донъя күрҙе02.04.2014
Мәскәү дизайнеры Илдар Кинйәбулатов Android өсөн “Башҡортостан радиоһы” ҡушымтаһын тәҡдим итте.

Унда башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барған бөтә радиостанцияларҙы онлайн режимында тыңларға мөмкин. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, программалаусы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә башҡортса интерфейс эшләгән.
— Туған телебеҙҙе танытыу тап беҙҙән, башҡорт йәштәренән, тора. Бай музыка мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә, хәҙерге башҡорт теле нормаларын нығытыуҙа радио тапшырыуҙары ҙур әһәмиәткә эйә, — ти Илдар Кинйәбулатов.
Был ҡушымтала бөтә башҡортса онлайн-радио станциялары тупланған. Файҙаланыусы уларҙы телефон йәки планшет аша тыңлай ала. Программаға “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһынан тыш, “Bashkort Party” тулҡындары, “Ашҡаҙар”, “Юлдаш” һәм “Юлдаш NEW” каналдары ингән.



Вернуться назад