ЮНЕСКО-ла хуплау таптыҡ02.04.2014
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендәге республика делегацияһы ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында булды.

Парижда былтыр 1—2 октябрҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән ЮНЕСКО-ның генераль директоры Ирина Бокова ҡул ҡуйған ике яҡлы Коммюникеға ярашлы, сараларҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Шулай уҡ Рөстәм Зәки улының саҡырыуы буйынса Ирина Бокованың республикабыҙҙағы мәҙәни мираҫ объекттарына һәм мәғариф учреждениеларына сәфәрен ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. “Башҡорт Уралы” биосфера резерватын Бөтә донъя мәҙәни мираҫ исемлегенә индереүгә әҙерләүҙе дауам итергә килешелде. Бөтә донъя мираҫ үҙәге директоры Кишор Рао, Рәсәйҙән мөрәжәғәт булған осраҡта, ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫ комитетынан техник эксперттар йәлеп итеүҙә булышлыҡ күрһәтәсәк, тип билдәләне. Был белгестәрҙең Башҡортостан объектының ҡеүәтен баһалап, тейешле материалдар әҙерләү йәһәтенән биргән кәңәштәре файҙалы булыр ине.



Вернуться назад