“Эй, был ҡатын-ҡыҙҙа
булған ирлек
Ир-аттарҙы ҡатын
итерлек...” Ошо шиғри юлдарҙы уҡығанда, донъя ҡыйынлыҡтарына баш эймәгән, яҙмыштың әсе бурандарына бирешмәгән Рәшиҙә Мөхйәнова күҙ алдыма килеп баҫа. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ханымдың сабырлығына, рух көсөнә һоҡланмау мөмкин түгел.
Ишембай районында Рәшиҙә Ғаяз ҡыҙын хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр. Ул төпкөл Ҡолғона ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Маҡар егете Илдар менән ғаилә ҡороп, шунда төпләнә. Рәшиҙә апай хәҙер инде өс тиҫтә йылға яҡын мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусыларының һәр уңышына, һөйөнөслө хәбәрҙәренә ҡыуанып йәшәй тынғыһыҙ уҡытыусы.
Күтәрә алған кешеләргә генә ауыр һынауҙар ебәрә яҙмыш. Рәшиҙә Ғаяз ҡыҙының да тормошо тик сағыу көндәрҙән тормай. Бик йәшләй донъяның әсе нужаһын татырға тура килә уға.
Илдар менән Рәшиҙәнең мөхәббәт емеше булып донъяға Илнур исемле улдары тыуа. Был йәштәрҙе тағы дәртләндереп ебәрә. Улар бар тырышлығын һалып, яңы йорт төҙөргә тотона.
Эй, был бәхет тигәненең һурпаһы бар, тоҙо юҡ. Мөхйәновтарҙың шатлығы оҙаҡҡа бармай. Көтмәгәндә, аяҙ көндә йәшен атҡандай, барлыҡ туғандарын ҡара ҡайғыға һалып ғаилә башлығы Илдар вафат була. Һөйөклө ҡатынының ҡарынында тыуасаҡ ҡыҙы ятыуын да белмәгәндер ул...
Яңғыҙ ҡатындың ике баланы аяҡҡа баҫтырыуы батырлыҡҡа тиң! Тол ҡалып, бала бағыуҙың ауырлыҡтарын үҙ иңендә татығандар ғына беләлер быны. Ғүмеренең был ҡара көндәрен, күҙе йәшкә мансылған сәғәттәрен, йоҡоһоҙ төндәрен хәҙер иҫләргә тырышмай Рәшиҙә Ғаяз ҡыҙы. Бөгөнгө тормошоноң етешлегенә, күркәмлегенә шөкөр ҡылып йәшәй. Балалары ла әсәһен ҡыуандырып ҡына тора.
Илнур Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамланы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белемен камиллаштырҙы. Рәсәй армияһында хеҙмәт итеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Нәркәс иһә IX класта уҡый. Уңған ҡыҙ төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Рәшиҙә Мөхйәнованың тормош юлы күптәргә үрнәк булып тора. Яҙмыштың хәтәр дауылдарында теҙләнмәгән шундай әсәләр алдында баш эйергә кәрәк.