Йәрмәкәй вундеркинды02.04.2014
Иван Корзун менән йортонда осраштым. Мөләйем әсәһе Әлфиә Шамил ҡыҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Баҡһаң, уларҙың ғаиләһенә ваҡытлыса Ҡытай Халыҡ Республикаһында йәшәргә тура килгән. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, Ваняның атаһы Анатолий Корзун был илгә контракт буйынса эшкә саҡырыла, ғаиләһен дә алып китә.

Ваня мәктәп программаһын башлыса әсәһе менән өйҙә үҙләштерә. IV класс программаһы буйынса имтиханды Шанхай ҡалаһында консуллыҡ ҡарамағындағы мәктәптә тапшыра. Ә инде V кластан һуң һынау үтеү өсөн уға Пекинға әсәһе менән бергә төнө буйы поезда барырға тура килә. Ваня унда һәр темаға ҡарата тест тултыра. Шулай итеп, дүрт көн дауамында V кластың бөтә предметтары буйынса имтихандарҙы уңышлы тапшыра.
Уҡыуға ғына түгел, тора-бара һүрәт төшөрөргә лә һәләте асыла баланың. Сит илдә йәшәгәндә уның ата-әсәһе Ҡытай университетында эшләгән украин кешеһе менән таныша. Тәржемәсе булараҡ, уның ярҙамында Ваня Корзун Ҡытай уҡытыусыларынан түләүле нигеҙҙә һүрәт төшөрөү буйынса бер йылдан ашыу белем ала. Ул, бик ҡыҙыҡһынып, илдең һынлы сәнғәтен, һүрәт төшөрөү техникаһын, рәссамдың эмоциональ кисерештәрен өйрәнә. Тәүҙә ай буйына Ҡытай орхидеяһын, һуңынан бер ай дауамында бамбукты, төрлө таштарҙың рәсемен төшөрә. Һуңынан каллиграфия менән дә шөғөлләнә.
Бер нисә йылдан ғаилә туғандары йәшәгән Йәрмәкәй яҡтарына ҡайтып төпләнә. Йорт хужаһы Мәскәү ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итә, ә инде табип һөнәрен үҙләштергән Әлфиә Шамил ҡыҙы улы менән ауылда ғүмер итә.
Иван 2012 йылдың октябрендә үк – алгебра, геометрия, урыҫ теле, география фәндәренән, быйыл ғинуарҙа иһә тарих, инглиз теле, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса имтихандарҙы тапшырып ҡуйған да инде. Инглиз теленән башҡаларын – гел "бишле"гә. Уның район олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урын яулағаны ла бар.
– Иван күп уҡый, – тип һөйләй әсәһе Әлфиә Шамил ҡыҙы. – Көнөнә 5 – 6 сәғәт шөғөлләнә, йортта ҙур ғына китапханабыҙ бар. Уның көнө йога гимнастикаһынан башлана, шпагатҡа ултыра, "Ҡояшты сәләмләү" комплексын башҡара, турникта күнегеүҙәр яһай. Телевизор ҡарарға бөтөнләй ваҡыты ҡалмай. Интернет аша видеодәрестәр ҙә ала. Шәп уҡый, бигерәк тә шиғырҙарҙы тиҙ ятлай.
Шул уҡ ваҡытта Иван Корзун Ҡытайҙа үҙләштерә башлаған һынлы сәнғәттән дә айырылмай. Ул хәҙер "гунби" стилендә сәскә, ҡоштарҙың һүрәттәрен ебәккә төшөрә. Бер эшкә генә лә ай самаһы ваҡыт кәрәк була икән.



Вернуться назад