Йәшәү башы — бала, тиҙәр ҙә бит...17.01.2012
Йәшәү башы — бала, тиҙәр ҙә бит...Туғыҙ ай буйы йөрәк аѕтында әсәһенең ҡан тибешен тыңлап үѕкән сабыйҙың яҡты донъяға тыуыуын күреү, уның бар булыуын иѕбатлап асманды яңғыратып яр һалыуын ишетеү — йәнде ялмаған, булмышты тетрәндергән илаһи күренеш. Ер йөҙөндә кешенән дә бөйөк, әҙәм балаһынан да камил зат юҡ, ул — йәшәйештең ҡабатланмаѕ мөғжизәһе. Был күп тапҡыр яңғыраған, ҡабатланған хәҡиҡәтте тәҡрарлап, ниндәйҙер яңылыҡ әйтмәгәнлегем һәр кемгә мәғлүм. Әле һеҙгә еткерер бер кәлимә һүҙем — быуындар сылбырын тоташтырып, уны киләсәккә дауам иттереүсе сабыйҙар, йәнә бөгөнгө кеше, уның көнитмеше, күңел торошо, йәмғиәттә тотҡан урыны хаҡында.
Мине бер көн эштән ҡайтышлай заманса кейенгән, йәш һылыу ҡыҙ туҡтатты ла, исемемде әйтеп, йылы ғына иѕәнләшкәс, шундайыраҡ һорау бирҙе: “Ваҡытһыҙ мөрәжәғәт иткәнем өсөн ғәфү итегеҙ берүк, һеҙ йәш сағығыҙҙа беҙҙең ауылда фельдшер булып эшләгәнһегеҙ шикелле?” “Эйе... Тик һине танып еткермәйем бит әле, һылыу...” “Мин — Таңһылыу, һеҙ тыуырға ярҙам иткән бала булырмын. Рәхмәт һеҙгә!” Ҡыҙ һөйкөмлө йылмайҙы ла үҙ юлы менән китеп барҙы.
Иѕемде йыя алмай, албырғап, аңҡы-тиңке тороп ҡалдым. Күңелгә шатлыҡ эркелде. Ҡайһылай ҙа сибәр ҡыҙҙы донъяға тыуҙырғанмын икән дә баһа, ошоғаса шуны ла белмәй йөрөгәнмен...
Мин, яңы ғына медицина училищеһын тамамлаған йәш белгес, төпкөл бер ауылда фельдшер пунктының мөдире сифатында эш башланым. Түрәлегем дә сикләнгән, тотош штатым акушерка һәм пунктты йыйыштырыусы санитарканан ғибәрәт. Атҡарған шөғөлөм дә үтә мәшәҡәтле: көнө буйы ауырыуҙар ҡабул итәм, процедуралар үткәрәм, уколдар ҡаҙайым, төн етһә, ашығыс ярҙамға саҡыра башлайҙар. Бер һүҙ менән әйткәндә, көндә лә, төндә лә тынғылыҡ бирмәйҙәр. Шулай итеп, 8 Март байрамы яҡынлашты. Эш һуңында штаттағы ҡатын-ҡыҙҙарымды үҙемсә, ҡулдан килгәнсә ҡотлаған булдым да, кис клубта тантаналы йыйылышта доклад яһарға әҙерләнә башланым.
Акушерканы район үҙәгендәге туғандары ҡунаҡҡа саҡырған икән, тотош ауылға күҙ-ҡолаҡ булыу минең өѕтә ҡалды. Беҙҙең яҡта, ғәҙәттә, яҙ байрамы еттеме, аҡман-тоҡман ҡоторонорға тотона, епшек буран өйҙәрҙе бейек көрткә батырып, юлдарҙы күмеп ташлай. Был юлы ла шулай булды: төштән һуң яуа башлаған ҡар бер аҙҙан йәйәүле буранға күсте, тора-бара һепертмәгә әйләнде, ары алҡынған аҡ тулҡынлы диңгеҙгә әүерелеп, күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәткә ялғанды. Әйтерһең, баш осондағы ҡарағусҡыл ауыр болоттар өѕкә ишелеп төштө,төѕһөҙ күк йөҙө лә, тау битләүенә теҙелгән өйҙәр ҙә, ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урман да бергә буталды. Ҡыѕҡа ғына ваҡыт эсендә асыҡ урындағы юл билдән кисер, урман эсендәгеһе ат бауырына етер көрткә күмелде.
Шөбһәләнеп клубҡа йүнәлдем, доклад һөйләргә тип трибуна артына сығып баѕтым. Шул мәл сәхнә артына баѕҡан клуб мөдире ҡулын болғап ишара яһай башланы, тиҙерәк сығышыңды ослай һал, саҡыралар, йәнәһе. Минең арттан килгән йәш кеше клуб янында тора ине. Көтмәгәндә, әле тыуҙырырға мәле иртәрәк йөклө ҡатынының ауырып киткәнлеген тотлоға-тотлоға аңлатты, саманан тыш тулҡынланыуы һиҙелә. Миңә лә ҡурҡыу һалҡынлығы йүгерҙе, тотош тән ҡалтырап ҡуйҙы: “Ни эшләргә инде, бына һиңә аяҡ аѕтында ятҡан бәлә...” Әммә кисерештәремде йәшерергә тырыштым, юғиһә көйәләнеүемде башҡаларға күрһәтеү яҡшыға килтермәйәсәге көн кеүек асыҡ. Мөрәжәғәт итеүсе механизатор булып эшләй ине, тиҙ генә гусеницалы тракторҙы ҡабыҙып, уға совхоз малына силос ташыған сананы тағып юлға сыҡтыҡ. Ҡайҙа инде, ҡар даръяһын еңә алмай йөҙөп тик ятабыҙ, бер килке этләнгәндән һуң кире боролорға мәжбүр булдыҡ. ”Ни эшләйбеҙ, — тине йәш ир, көйәләнеп, — минең еңгә ветфельдшер, мал тирәһендә йөрөгәс, уныһын-быныһын беләлер, әллә шуға йәүкәләп ҡарайыҡмы? Ни тиһәң дә, беҙ бит ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшереп тотҡан серен белеп еткермәгән ирҙәр...” “Бирермен бынауынан ветфельдшерҙы, ә мин ни өсөн?!” — тип ҡыҙҙырып ташлаған булдым былай ҙа бөтөрөнгән ғаилә башлығын.
Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙебеҙ тәүәккәлләргә иттек: тегеләрҙең өйөнә инеп һыу йылыттыҡ, ауырлыны ҡулайлап һалып, урынлаштырып, ҡул аѕтындағы уныһын-быныһын әҙерләнек. Шәп ҡыланһам да, баҙап ҡалдым, сөнки училищела ҡурсаҡ-муляж менән эш итеп зачет тапшырыуҙы иѕәпкә алмағанда, был мәшәҡәтле лә, үтә яуаплы ла шөғөлдө ысынбарлыҡта бер тапҡыр ҙа атҡарып ҡарағаным юҡ ине. Тегендә муляж, бында бит тере кеше, өѕтәүенә бала мәленән алда тыуа, тағы көтөлмәгән ауырлыҡтар килеп сыҡһа, ни ҡылырмын? Эргәмдә махсус өѕтәл дә, система ҡуйыу өсөн ҡулайлама ла, “ашығыс ярҙам” сумаҙанында был осраҡ өсөн тәғәйенләнгән кәрәкле дарыуҙар ҙа юҡ. Уттары һүндерелгән аэродромға самолет ултыртыусы тәжрибәһеҙ летчик хәлендә тороп ҡалдым. Тулғаҡ тотоуҙар, ыңғырашыуҙар менән төн уртаһы ауҙы. “Булдыра алам, ҡулымдан бөтә нәмә килә!..” — тип күңелемдән доға ятлағандай бер һүҙҙе өҙлөкһөҙ ҡабатланым. Баҙау, икеләнеү, ҡурҡыу тойғоһо онотолдо, сөнки был ҡатынға башҡа бер кем дә түгел, бары мин генә ярҙам итә ала инем, тыуасаҡ сабыйҙың яҙмышы фәҡәт минең ҡулда икәнлекте белеү, тойоу йәнемә ышаныс, көс, тәнемә сымрылыҡ бирҙе. Ниһайәт, таң, һыҙылыуға бала тыуҙы һәм шунда уҡ, ваҡытынан алда борсоғанға үпкәләгәндәй, тызылдап илап та ебәрҙе. Был илау беҙгә танһыҡ йырҙай аһәңле лә, күркәм дә ишетелде. Бушанған йәш ҡатын менән ир шатлыҡтан түгелеп иларға тотондо, ә мин нервы тетрәнеүенән, сикһеҙ арыуҙан сикәмде ҡушуслап иҙәнгә сүктем. “Беҙ алдан әҙерләнгән дә инек, тик был юлы балабыҙға исемде һеҙ ҡушығыҙ, уға һис һүҙһеҙ хаҡлыһығыҙ”, — тинеләр миңә. “Таңһылыу тип атағыҙ сабыйҙы, һеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы йәмләп йәшәһен был донъяла!” — тинем. Уйым яҡты, теләктәрем ихлас ине был мәлдә.
Теге һылыуҙы осратҡандан һуң үткән көндәрем тиҙ алышынған кино кадрҙарылай күҙ алдымдан йүгереп үтте. Шуларҙы хәтерләгәйнем, зиһенем сафланып, яҡтырып китте, ҡайһылай ҙа ихлас, ҡотло йылдарҙа йәшәгәнбеҙ икән дә баһа! Бөгөн урамда ниндәй быуат хөкөм һөрә әле, тип үҙ-үҙемә өндәшәм ҡайһы саҡ, тик һорауҙарым яуапһыҙ ҡала килә әлегә. Әллә ысынлап та олоғайып, бер көйһөҙ мыжыҡҡа әүерелдемме, әллә заманыбыҙ бәғерһеҙ, миһырбанһыҙ, моңһоҙға ҡалдымы? Олоғайыу ҡурҡытмай һәр хәлдә, ә бына көнитмештең шайтан-ен туйына оҡшап китеүе, шул иѕерек мәжлестә әҙәм балаһының миңрәүләнеүе, эске донъяһының ҡорғаҡһып һайығыуы йәнде әсетә...
Йәшәү башы — бала, тиҙәр бит, көнитмешебеҙ ҡорой, кирегә тәгәрәй әлеге мәлдә, сөнки ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡырҡа бала табырға теләмәй (бының сәбәптәре күп яҡлы һәм ул айырым һөйләшеүгә саҡыра), йәшәйештең инеш сығанағын тәшкил иткән сабыйҙарыбыҙҙың байтағы ташландыҡ, бик күптәре эт хәлендә тереклек итә (йәшәй тип ауыҙ тултырып әйтә алмайым хатта). Шулай булмай тағы, балалар йорттары бөгөн ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй көндән-көн ишәйә, приюттар артыҡтар менән тыңҡыслап тултырылған, телевизорҙы тоҡандырһаң, туҡмалыуҙан бит-йөҙө күгәргән, йәберһетелеүҙән ҡараштары һүнгән балаларҙы күрәһең. Йән тетрәй, биллаһи!
Совет осоронда балалар йорттарының күплеге менән маҡтандыҡ, маһайҙыҡ, ҡарағыҙ, балаларыбыҙ ни тиклем шәп шарттарҙа йәшәй, бүлмәләренең бөхтәлегенә, күркәмлегенә иғтибар итегеҙ, өѕтәлдәрҙәге һый-ниғмәттән ауыҙ һыуы ҡорой, йәнәһе лә! Балалар йорттарында ни тиклем генә ожмах шарттары тыуҙырырға тырышһаҡ та, уларҙан өшәндергес ҡаҙна һалҡынлығы бөркөлә, сабыйҙарға иң әүәл тәмле-татлы түгел, атай-әсәй, уларҙың күңел йылыһы кәрәк.
Балалар йортонда тәрбиәләнгәндәрҙең күбеһе ғаилә ҡорорға, бала бағырға әҙер ҙә, һәләтле лә түгел, сөнки улар ғаилә усағының йылыһын күрмәй-татымай үѕкән. (Аллам һаҡлаһын, барлыҡ балалар йорто балаларын бер ҡалыпҡа һалып ғәйепләргә йыйынмайым).
Ошо ерҙә сит ил ғалимдары үткәргән бер тәжрибә иѕкә төштө. Ике маймыл балаһын күҙәтеү аѕтында үѕтерәләр — береһе ата-әсәһенең ҡарамағында, икенсеһе ситлектә бикле. Үҙаллы йәшәү кимәленә еткәс, быларға ла үҙ сиратында бәләкәй маймыл балаларын тотторалар. Тегеһе, ата-әсә тәрбиәһендә үѕкәне, бәләкәсте ҡулына алғас та, уның тураһында хәстәрлек күрергә тотона, яңғыҙлыҡта үѕкәне аяп та тормай ҡулындағын ботарлап ырғыта. Әҙәм балаһы маймыл түгел, әммә тере заттың яңғыҙлыҡта ҡанһыҙға, рәхимһеҙгә әүерелеүе уйға һала, күңелгә шом өѕтәй.
Приюттар балалар менән лыҡа тулы, тинем, бала табыу йорттары ла әле артыҡтарҙы ҡайҙа итергә белмәй баш ҡатыра, шуға Хөкүмәт килеп тыуған хәлде үҙенсә нисек тә яйларға тырыша. Бында яйы бер генә — балалар йорттарының һанын арттырыу. Миѕал итеп шуны килтерәм: бер Мәскәү ҡалаһында ғына һуңғы ун йыл эсендә балалар йорттарының һаны өс тапҡырға артып киткән, шуның менән улар ташландыҡ балалар «төйөнөн» уңышлы сискән, тағатҡан тип уйлайһығыҙмы?!
Сабыйҙарын ташлаған әсәләр бихисап, бәғзеләр, закон нигеҙендә, йәғни оялмайынса эш итһә, икенселәре асыҡтан-асыҡ ғариза яҙып баш тартыуҙы хуп күрә, ҡалғандары аҡланып тороуҙы ла урынһыҙ һанап күҙ йәшереп ҡасыу яйын күрә. Сибай ҡалаһында ғына 2008 йылда ете, 2009 йылда — туғыҙ, 2010 йылда биш әсә сабыйын ташлап киткән. Хәҙер инде хисаплағандарҙы көньяҡ-көнсығыш райондар, артабан Башҡортостан, һуңғы сиктә Рәсәй буйынса дөйөм мәғлүмәттәргә ҡушайыҡ. Йөҙәр меңдәргә барып еткән етемдәр иле хасил була түгелме? Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ата-әсәләренән ҡалған үкһеҙ етемдәрҙең һаны 600 мең булған, бөгөн тыныс йәшәү шарттарында улар 850 меңгә барып еткән, шул иѕәптең 760 меңе — социаль етем, йәғни ата-әсәләре баш тартҡан һәм яҙмыш ҡосағына ырғытылған балалар.
Һуңғы ун-ун өс йылда балаларҙы ташлау күренеше арта бара һәм яҡынса иѕәпләүҙәр, күҙаллауҙар буйынса йылына уларҙың һаны 100 мең тирәһе тәшкил итәсәк. Әйтеүе генә анһат, булмышты һеңгәҙәтерлек ысынбарлыҡ... Рәсәйҙә 2 миллион бала өйһөҙ, икенсе төрлө әйткәндә, урамда көн күрә, шунан аҙаҡ илдә ауыр енәйәттәрҙең, уғрылыҡтың артыуына аптырап бот сапҡан булабыҙ, сәбәбен алыѕтан эҙләйһе түгел. Ҡайҙан килә балаға ҡарата ҡаты бәғерлек, кем сәскән әҙәм затының күңеленә киләсәгебеҙҙе быуыусы, ҡоротоусы выжданһыҙлыҡты? Беҙ “ташландыҡтар” дилеммаһын бер яҡлы ғына хәл итә алмайбыҙ, бында йәш әсә генә түгел, атай кеше лә, ошондай йәнһеҙ йәштәрҙе үѕтергән өлкәндәр ҙә, дәүләтебеҙ ҙә ғәйепле. Коммунистик система үҙ осоронда “артыҡ балалар” мәсьәләһен нисек тә булһа ыңғай хәл итергә тырышты һәм, әйтергә кәрәк, ҡайһылыр кимәлдә уңыштарға ла өлгәште, әммә ул осорға дан йырларға йыйынмайым, сөнки шул ҡоролоштоң емеше булған кеше, иллюзор утопияға алданып, буй етмәѕлек хыял йәмғиәтен төҙөргә ымһынып, үҙ ғаиләһенән биҙҙе һәм Союздың тарҡалыуы ла проблеманы кәметмәне, киреһенсә, көсәйтә генә төштө.
90-сы йылдарҙағы “шок терапияһы” тип нарыҡланған реформалар, яңылыҡ индергән альтернатив саралар тәҡдим итеп тормай, ғаилә институтын, мәғариф системаһын тамырынан емерҙе, уларҙың юҡҡа сығыуы рухи ҡиммәттәрҙе һанға һуҡмаусы, үҙҙәре өсөн генә йәшәүсе, бүреэт, фәнни тел менән әйткәндә, маргинал йәштәрҙең үѕеүенә булышлыҡ итте. Бына ҡайҙа ята бәләнең башы!
Әле дәүләтебеҙ етем балаларҙы сит ил ғаиләләренә уллыҡҡа тапшырыу практикаһына күсеп алды. Демографик торошобоҙ былай ҙа кирегә тәгәрәгәндә балаларыбыҙҙан шундай юл менән арыныу — үҙе үк киләсәгебеҙҙе уйламай, ҡайғыртмай бөгөнгө көндө генә хәстәрләп көн итеүебеҙ хаҡында һөйләй. Сит ил граждандары шул балаларҙы йәберләһә, халыҡ-ара судҡа биреү менән янап тауыш ҡуптарған булабыҙ, был осраҡта үҙебеҙҙе кем хөкөм итһен әле...
Хәҙер ата-бабалар аҡылына әйләнеп ҡайтайыҡ. Әүәле бит атайһыҙ йәиһә әсәйһеҙ ҡалған бала ситкә тибәрелмәгән, шул ғаиләлә, арала ҡалып, ырыу ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләнеп, хыянат күрмәй, йәберһетелмәй үѕкән. Билдәле булыуынса, йәбер-золом күрмәгән кеше башҡаларҙы түбәнһетмәй, кәмһетмәй, сөнки уның күңеленә бәләкәйҙән игелек орлоғо һалынған. “Ни сәсһәң, шуны урырһың” тигән мәҡәл дә юҡҡа ғына әйтелмәгәндер, моғайын.
(Аҙағы бар).
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад