“Беҙҙән һуң да яҙҙар килер…”02.04.2014
…Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Ағас башҡайҙары тиң түгел.
Әҙәмдәрҙән әҙәм, һай, кәм түгел
Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел…


Сәхипъямал инәй, көйләүҙән туҡтап, үрелеп кенә янындағы “Юлдаш” радиоһын тоҡандырҙы.
— Эй, Хоҙайым, ҡалай матур иттереп йырлайҙар, рәхмәт инде!.. Үҙе бер ғүмер икән шул үҙ аяҡтарыңда елдереп кенә атлап йөрөүҙәрең, дыу килтереп донъя көтөүҙәрең!.. — тип, кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, күҙ йәштәрен һөрткөләне. Инде бишенсе йыл китте, ахыры, ошолай түшәктә генә ултырып йәшәүенә. Эйе, ултырып инде, йүнләп ятып йоҡлай ҙа алмай бит, исмаһам. Ултырып серем иткәндә бик һыҙландырмай. Олоғайған көнөндә ҡалаға ҡунаҡҡа барып ҡайтайым тигәндә, асфальтҡа йығылып, аяҡһыҙ ҡалды ла ҡуйҙы. Дауаханала, янбаш һөйәгең сатнаған, өлкән кешенеке бик ялғанып бармай, тинеләр.
1921 йылдың апрелендә, илдә ҡот осҡос аслыҡ хакимлыҡ иткәндә, донъяға килгән ҡыҙға тормоштоң ыҙаһын былай ҙа етерлек татырға тура килде. Алты айлыҡ сабыйҙы ҡалдырып, әсәһе Айыу ауылындағы бер иргә тормошҡа сығып киткән. Борон бала эйәртеп килен булып төшөү хупланмаған шул. Өләсәһе менән олатаһы бик иркәләп, ҡурсалап ҡына үҫтерергә тырышты. Бер-бер артлы вафат булғастары, Сәхипъямал яңғыҙ ҡалды. Әсәһе бер тапҡыр ҙа күрергә килмәне, тегендәге иренең бала-сағаһын, мал-тыуарын ҡарап, баш баҫып йәшәп тик ятты. Буй еткергән Сәхипъямал да үҙен ташлап киткән кешене барып күрергә ашҡынманы. Хәтерендә, өләсәһе иҫән ине әле ул саҡта, ҡыҙ әллә ни эшләп аяҡтан яҙҙы ла ҡуйҙы. Өләсәһе, Үрген тауҙары аша артылып, баланы Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылына, Шәмиғол хәлфәгә алып барҙы.
— Саҡ ҡына иртәрәк килмәгәнһегеҙ, баланың аяҡтарына зәхмәт ҡағылған, бармаҡтары ҡыйшайыңҡырап ҡалырмы икән, һауыҡтырып ҡарайым, – тип хәлфә шифа биреп ҡайтарҙы. Ҡыҙыҡай үҙ аяҡтары менән атлап ҡайтып китте.
Һылыу булды Сәхипъямал, ҡалын, ялтырап торған ҡара сәстәрен уртанан ярып, толомлап үреп, сулпылар тағыр ине. Ауыл инәйҙәре йәш һылыуҙы Барый исемле көтөүсе егеткә димләп, тиҙҙән өйләндереп тә ҡуйҙылар. Егеттең дә яҙмышы еңелдән түгел ине. Ҡаҙағстандың Алма-Ата өлкәһендәге Игендуй ауылынан бер төркөм ҡаҙаҡтар менән килгәйне ул. Өйөр-өйөр йылҡы, ҡуй, һыйыр малы аҫрап далала көн күргән ҡаҙаҡтарҙы граждандар һуғышы осоронда ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа, башҡаһы ла аптыратты, үткән-һүткән һайын малдарын ҡазаланы, йылҡыһын ҡыуып алып китеп йонсотто, олоһона ла, кесеһенә лә тынғы бирмәне. Афәттән нисек ҡотолорға? Ҡараңғы төндәрҙең береһендә ҡаҙаҡтар Башҡортостанға юл тотто — унда тыныс булыр, Совет власы ғәҙеллек урынлаштыра, тиҙәр, һөнәрле кеше бөлгөнлөккә төшмәҫ, моғайын.
Бына шулай ағалы-ҡустылы Барый менән Үтәш Яйыҡ йылғаһын, әллә ниндәй армыттарҙы, урман-ҡырҙарҙы үтеп, Ейәнсураға килеп һыйынды. Үтәш Таҙлар ауылында, Сабира исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡорҙо, Ишбулды тигән малайҙары донъяға килде (шуныһы бик үкенесле: Үтәш һуғышта һәләк булғас, Сабира уны балалар йортона тапшыра, үҙе кейәүгә сыға. Ҡайҙа һин, Ишбулды? Барый ағайың һине эҙләтеп тә ҡараны, осона сыға алманы).
Барый Бикбирҙе ауылында Сәхипъямал һылыу менән тормош башланы. Уңған туғандарҙың яҙмышы шулай яйға һалынды ғына тигәндә, фашистарҙың баҫып инеүе бөтә уй-хыялды юҡҡа сығарҙы.
…Бәләкәй генә Бикбирҙе ауылынан өй һайын бер нисә ир-егет һуғыш яланына китә. 49 өйҙән торған ауылдан 42 кеше фронтҡа оҙатылып, шуларҙың 15-е яу яланында ятып ҡала. 1942 йылда фронтҡа алынған Барый Хәмзин разведчик-элемтәсе булып хеҙмәт итә, Үтәш ағаһының яу яланында ауыр яраланып, ҡулында йән биреүен күрә.
Ленинград ҡалаһы янында ҡанлы алыш ваҡытында разведкаға киткән Барый, минаға эләгеп, һыңар аяғын юғалта. Санитар ҡыҙ, шыуышып килеп, яралы яугирҙе үҙебеҙҙең яҡҡа һөйрәп алып сығырға өлгөрә, шул саҡ команда яңғырай: ”Аҡландағы яралыларҙы алмаҫҡа, уларҙы был яҡҡа сығарабыҙ тип, күп кеше һәләк булды!” Батыр яугир “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы, Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
…1942 йылдың сентябрендә Хәмзиндар ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килде, уға Сәхипъямал Разифа тип исем ҡушты. Ыжғыр ҡыштарҙа бәләкәй ҡул санаһы һөйрәп, йәш ҡатын көн һайын урманға утынға йөрөнө — өйҙө йылытырға кәрәк. Сей ағас ботаҡтарын ҡырҡып алып ҡайтҡансы, эңер төшә. Сәңгелдәктәге сабый тилмереп әсәһен көтә… Әҙәм балаһы түҙә инде. Сәхипъямал гел генә, һуғыш ҡасан бөтөр, Барый иҫән-һау ҡалырмы тип һағышланды. 1944 йылда шәфҡәт туташы оҙатыуында инвалид коляскаһында Барый ҡайтып төшә. Шәфҡәт туташы Сәхипъямалға: ”Ирең – инвалид, бер аяғы юҡ, икенсеһе лә пулянан тишкеләнеп бөткән, алып ҡалаһыңмы? Әгәр ҡалдырмаһаң, мин уны ҡалаға инвалидтар йортона тапшырам, уға һәйбәт тәрбиә кәрәк”, — ти. Ҡатын хәләлен яҡшылап тәрбиәләргә һүҙ биреп ҡала.
Шулай итеп, Ҡаҙағстан егете ғүмерлеккә Бикбирҙе ауылын үҙ итте. Шәфҡәт туташы йәштәргә бәхет теләп, ҡайтанан яу яланына юлланды…
Утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан Барыйға ауылдың ҡарт-ҡороһо, бисә-сәсәһе таң һарыһынан йомошҡа килеп кенә тора. Кемгәлер күнәк төпләргә, ағастан ҡалаҡ юнырға, батман яһарға кәрәк. Итек тегеүҙе һорайҙар. Һуғыш тип, тормош туҡталмай бит. Аталары урынына донъя йөгөн артмаҡлаған үҫмерҙәр бәке, бысаҡ яһата – ир ҡоралһыҙ йөрөмәҫ. Эсмәгән-тартмаған, һәр кем менән итәғәтле һөйләшкән яугиргә кешеләрҙең килгеһе килеп торҙо, кәңәш һораусылар ҙа булды. Ауылға мосафир һуғылһа, мотлаҡ Барый өйөнә килер ине. Өй тигәндәй, Сәхипъямалы менән урманға йөрөп, ағас ҡырҡып, үҙе бураны уны Барый. Заманына күрә ҙур, матур өй һалды, солан эшләне, кәртә-ҡура йүнләне. Имгәкләп йөрөп тигәндәй, ишеген, тәҙрәһен, һәммәһен үҙе яһаны. Балалары тыуып ҡына торҙо, уларҙы нисек аяҡҡа баҫтырырбыҙ тип ҡаңғырманылар, Хоҙай биргән һәр береһен ҡыуанып ҡабул ҡылдылар. Һуғыш бөткәндән һуң Барый һыйыр малын, һарыҡ-кәзәне күп тотто, балаларҙы аҡтан, иттән өҙмәне. Ҡышын 13-14 һарыҡ бәрәсе булыр ине. Кәләше ирен сабынлыҡҡа бәләкәй арба менән һөйрәп алып килә. Барый бәләкәй ултырғысын шылдыра-шылдыра бесән саба. Кәбәнде лә икәү ҡоя инеләр. Әрләш тә юҡ, талаш та...
Протез алып ҡараны Барый, күнегә алманы. Ҡалған ғүмерен ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөүҙе хуп күрҙе. Хөкүмәт бер заман һуғыш ветерандарына бушлай машина биреү тураһында ҡарар сығарҙы. Барый Өфөгә барып, шоферлыҡҡа уҡып, танытма алып ҡайтты.
Ҡатыны, тыны ҡыҫылып, ҡалҡан биҙе шешеп, сиргә һабышты. “Мин йәшәй алмам инде”, — ти Сәхипъямал. “Юҡ, һин үлһәң, балаларға кем әсәй була? Әйҙә, Өфөгә алып барам, табиптарға күрһәтәм, һис һүҙһеҙ һауығасаҡһың”, — тип ветеран ҡатынын операцияға өгөтләй. Сәхипъямал ғүмер буйы ейәндәренә, "ҡартатайығыҙ шулай мине үлемдән ҡотҡарҙы, дауаханаға алып бармаһа, мин күптән донъяла йәшәмәҫ инем", тип һөйләр булды.
“Барый еҙнә, балаларға туй үткәрергә ине, көтәсәккә аҡса биреп тор әле”, — тип ауыл кешеләре мөрәжәғәт итһә, йорт хужаһы үҙе яһаған ағас сейфының йоҙағын асып, тәңкәләрҙе ҡулдарына тотторор ине. Бер кешене сәй эсермәйенсә сығарманылар, өҫтәлдә йылдың бөтә миҙгелендә лә ит, картуф, һалмалы аш, май, ҡорот, ҡаймаҡ, еләк ҡайнатмаһы булды.
Ир-ат колхоз эшенән бушаманы, халыҡ әлеге лә баяғы Барыйға күҙ төбәп килде: ҡош-ҡорт, мал-тыуар салдырырға, балдаҡ һуҡтырырға, кәштә, ултырғыс, ширлек, өҫтәл яһатырға… Хаҡты һорап алманы, ауылдаштарының хәленә инде, бирә алғаны хаҡ бирҙе, бирә алмағаны рәхмәт әйтеп ҡайтып китте. Ял ваҡыттарында думбыра сиртеп, моңло йырҙарын көйләп ултырыр ине яугир. Боронғо китаптарҙы йәндәй күреп һаҡланы, “Бында “Йософ менән Зөләйха”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” һәм башҡа тарихи ҡиссалар яҙылған", тип ауылдаштарына һөйләр ине. Аҡһаҡал намаҙ, оҙаҡ йылдар тирә-яҡ ауылдарҙа никах, аят, йыназа уҡып йөрөнө. Ноҡот һалды, һынсыллығы ла булды, әйтмәһә лә, бала-сағаның яҙмышын һиҙемләп ултырҙы.
Туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙе Хәмзиндар. Ҡайғыһы ла етерлек булды. Ике сабыйы бәләкәй генә саҡта баҡыйлыҡҡа күсте. Туғыҙ бала уҡып, һөнәр алып, тормош юлына аяҡ баҫҡанда, ҡыҙҙары Шәһиҙә яҡты донъяны ҡалдырып китеп барҙы. Сәхипъямалдың һыңар күҙен аҡ ҡапланы. Барый менән йәшәгән 56 йыл 56 көндәй генә тойола хәҙер. Кеше ғүмере бик-бик тиҙ үтә икән!.. 82 йәшендә ҡартын һуңғы юлға оҙатты. Яңыраҡ Сәхипъямал инәй 92 йәшен билдәләне.
…Ағинәй, уйланыуҙарынан арынып, һиҫкәнеп китте.
– Эй, Хоҙайым, иҫәнлек-һаулығыңдан айырма, балалар үҙҙәре донъя көтөп, бер нужа ла күрмәй рәхәт йәшәһен. Уйламаған ғына ерҙән ризыҡ бир, эй, Хоҙайым. Аслыҡ ҡына була күрмәһен, – тип теләктәрен ҡат-ҡат ҡабатланы ул.
1994 йылда вафат булған Барый Мирғәле улы Хәмзинды ауылдаштары һаман юҡһына. Ғүмер буйы Ҡаҙағстанын һағынып йәшәп тә Игендуй ауылына бер тапҡыр ҙа ҡайта алмаған, йәшлек мөхәббәтен тапҡан, балаларының кендек ҡаны тамған изге Башҡортостан еренә тоғро ир-уҙамандың яҡты иҫтәлеге – сабырлыҡҡа, булдыҡлылыҡҡа тере һәйкәл ул.
…Сәхипъямал инәй “Юлдаш” каналы тапшырыуын ихлас тыңлап бөттө. Шөкөр, йәй етә!
Бына нисәнсе йыл инде түшәктә ултырып ҡына донъя көтөүенә, тәҙрә аша ғына тормош ығы-зығыһын күҙәтеүенә ҡарамаҫтан, уның йәшәү дәрте һүнмәгән әле, яҡынлашып килгән Еңеү яҙы йыл буйына етерлек көс-ҡеүәт бирә уға.



Вернуться назад