Ҡорман тураһында нимә беләбеҙ?08.02.2014
Ҡорман тураһында нимә беләбеҙ?
Балыҡсыларҙың яратҡан табышы – ҡорман балығы. Ауырлығы ике килограмдан ашыу, 40 – 45 сантиметр оҙонлоҡҡа еткән ҡорман беҙҙә йыш осрай. 5-6 килограмға еткәндәре лә бар. Тәү ҡарауға ябай аҡ, һары тәңкәле балыҡтың һыуҙан сығарғанда күпме мәшәҡәт тыуҙырғанын балыҡсы ғына белә.


Нимә менән туҡлана?
Ҡорман балығының еҫ һиҙеү ағзалары ныҡ үҫешкән. Ул бик алыҫтан үҙенә оҡшаған аҙыҡтың еҫен тоя. Төрлө бөжәк, ҡарышлауыҡтар менән туҡлана, үлән, ылымыҡтан баш тартмай. Ауыҙы менән аҙыҡты һурып ала.

Ҡайһы урындарҙа йәшәй?
Йылға йә күлдең тәрән урынын һайлай. Ыуылдырыҡ сәскәндә яр буйҙарындағы ҡамышты үҙ итә. Ҡурҡаҡ балыҡ. Боронғо сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәт буйынса, уны ҡармаҡлағанда хатта ҡыңғырау ҡағыу тыйылған булған. Башҡортостандың ҙур йылғаларында, һыу һаҡлағыстарында, күлдәрҙә йыш осрай. Аҙыҡ эҙләп әллә ни алыҫҡа китмәй. Балыҡсыға тәрән, төбө балсыҡлы урынды һайларға кәрәк.

Ҡасан ҡаба?
Яҙҙан алып көҙгә тиклем уңайлы миҙгел һанала. Йәй башы — иң яҡшы осор. Ыуылдырыҡтан бушанған балыҡтар бер аҙҙан ныҡлап ашарға тотона. Тик бер ай самаһы үткәс, туҡланыуҙы кәметәләр. Өс аҙнанан һуң яңынан ҡаба башлай. Ҡорман балығын иртә таңдан кискә тиклем, төнөн дә тоторға мөмкин. Ҡармаҡ һалған ерҙе емләп торорға кәрәк.

Нимәгә тотабыҙ?
Иң яҡшыһы – бер ҡармаҡҡа өс-дүрт селәүсен эләктереп ташлау. Быҡтырылған борсаҡҡа, кукурузға ла яҡшы ҡаба. Тышы һурҙырылған һолоно ла ярата. Икмәк ҡатыһына эре ҡормандар эләккәне бар.

Ниндәй ысул һайларға?
Ҡорман балығын ике ысул менән эләктерергә мөмкин. Тыныс һыуҙа ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тотһаҡ, йылғаларҙа батырғыслы емһалғыстарҙы ҡулланыу отошло. Балыҡ сиртеү менән ҡармаҡты тартып алырға ашыҡмағыҙ, емегеҙ оҡшамаһа, кире төкөрөүе ихтимал. Һыуҙан сығарғанда, ҡармаҡ ебен бушатмаһағыҙ, тартҡылашмай ғына килеп сығыр. Ағын һыуҙа ҡармаҡты йотторорға кәрәк, сөнки ҡорман емде һурып ятыусан.


Вернуться назад