Балыҡсы08.02.2014
Риза Ишморат һүҙҙәре,
Әнүәр Бакиров көйө.
Иртән таңдар атҡанда ла,
Кисен ҡояш батҡанда ла,
Бөтә кеше рәхәтләнеп
Ялдар итеп ятҡанда ла,
Һыу буйында балыҡсы,
Ҡармаҡ һала балыҡсы!
Әллә сиртә инде, тиеп,
Бына ҡаба инде, тиеп,
Барлыҡ донъяһын онотоп,
Ҡармаҡ менән балыҡ тотоп
Эй ултыра балыҡсы,
Һыу буйында балыҡсы!
Сабаҡ тотһа, суртан, тиеп,
Көскә тартып сығарҙым, тип,
Һыу батшаһын үҙен, тиеп,
Ергә йығып һалдым, тиеп,
Эй маҡтана балыҡсы,
Һыу буйында балыҡсы!
Әгәр балыҡ эләкмәһә,
Бөгөн эштәр боҙолдо, тип,
Һыуҙан тартып сығарғанда
Иң ҙурыһы ысҡынды, тип
Эй уфтана балыҡсы,
Һыу буйында балыҡсы!