Көләмәстәр08.02.2014
"Яңы урыҫ" балыҡҡа килгән. Алтын ултырғысҡа ултырып, үҙенең эргәһенә балыҡ өсөн алтын биҙрә ҡуйып, алтын ырғаҡҡа алтын селәүсен кейҙереп, ҡармағын һыуға ташлаған, ти. Балыҡ шунда уҡ төрткән, "яңы урыҫ" алтын балыҡ һөйрәп сығарған. Балыҡты алтын биҙрәгә ташлар алдынан күкрәгендәге өс килограмлыҡ алтын сылбырға ҡарап:
— Миңә нимәгә шул хәтлем алтын кәрәк? – тип балыҡты йылғаға ташлаған.
Алтын балыҡ аптырап ҡысҡырып ебәргән:
— Ә өс теләк?!
— Ярай инде, телә, бөгөн мин яҡшы кәйефтә!
* * *
Таң һарыһынан йылға буйында балыҡсы балыҡ ҡармаҡлай. Шунда икенсе балыҡсы эргәһенә килә:
— Һыу бөгөн нисек?
— Шәп! Хатта балыҡ сығырға ла теләмәй.
* * *
Бер балыҡсы серәкәйҙәрҙән ҡотолоу тәжрибәһе менән уртаҡлаша икән.
— Һәйбәтләп яҡшы шарап менән тәнеңде ыу ҙа ваҡ ҡом һирп. Серәкәйҙәр өҫтөңә ултырып, шарап эсеп иҫерерҙәр ҙә бер-береһенә таштар менән бәрешә башларҙар.
***
Ике иптәш балыҡҡа барған. Берәүһенә ҙур ғына ҡорман балығы эләккән, ти. Әммә балыҡ бик ныҡ тартҡылаша, бер ҙә үҙен ҡулға тоторға бирмәй икән.
Ахыры, был балыҡсы икенсеһенән һорай ҡуйған:
— Ҡара әле, ни эшләргә был балыҡ менән?
— Ә һин уны һыуға батыр.
*** — Ҡан баҫымығыҙ юғары, — ти икән табип балыҡсы-пациентҡа.
— Был һуңғы балыҡ тотоуҙан...
— Балыҡ тотоу бит, киреһенсә, тынысландыра..
— Ризамын, доктор! Әммә мин балыҡты тыйылған урында тотам..
* * *
Иғлан:
"Балыҡ тотоу ҡорамалдарына балыҡсы кейемдәрен осһоҙға ғына һатам. Телефон: 545-31. Трубканы ир кеше алған осраҡта: «Ғәфү итегеҙ, яңылыштым», — тип әйтеүегеҙ һорала".
* * *
Ҡатыны ирен балыҡҡа оҙатҡанда әйтә икән:
— Әгәр ҙә суртан ҡыйбат булһа, табан балығы менән сазан алып ҡайт.
* * *
Ире балыҡтан ҡайтып, ҡатынынан һорай икән:
— Бесәй өйҙәме?
— Ҡурҡмай ғына ин, мин уға әле генә килька һатып алдым.