Һәр балыҡсының үҙе генә белгән хәйләләре бар. Түбәндә һанап кителгәндәрен һәр кемгә белеү мотлаҡтыр, тип уйлайым.
* Ҡармаҡ ебен кәтүккә ураған ваҡытта һәр метрының ныҡлығын тикшерергә кәрәк.
* Ҡармаҡ ебендә төйөн булырға тейеш түгел, әгәр булһа, өҙөп ташларға кәрәк. Ҡайһы берҙә ептә тулҡындар барлыҡҡа килә, уны тигеҙләү өсөн һыуға батырығыҙ, бер аҙ үткәс, еүеш сепрәк менән һөртөп алығыҙ.
* Эҫе көндә селәүсендәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы эсе алынған ҡыяр йәки картуф эсендә һаҡларға мөмкин.
* Йылтырма һыу төбөндә ағасҡа йә ташҡа йыш эләгеүсән. Уны сығарыр өсөн тәүҙә епте нығыраҡ тартырға ла кинәт кире ебәрергә кәрәк.
* Ваҡ балыҡ тотоу өсөн эшләнгән селтәрҙе һыуҙан сығарғанда балыҡ ситкә ҡасыусан. Шулай булмаһын тиһәң, селтәрҙең уртаһына үлән бәйләп ҡуйыу һәйбәт һөҙөмтә бирер. Балыҡ уртаға өйөләсәк.