Файҙалы кәңәштәр08.02.2014
* Балыҡсы һыу буйына йыйынғанда иң тәүҙә нимәләр алырға тейеш? Бөтә әйберҙәрҙең ауырлығы 15-20 килограмдан артмаһын. Әгәр ҙә машина менән бараһығыҙ икән, сикләү юҡ. Шулай ҙа һыу буйында берәй ҡиммәтлерәк әйберегеҙҙе юғалтһағыҙ, ялығыҙҙың күңелһеҙ үтеүе бар.
* Әгәр ҙә балыҡҡа ике-өс көнгә йыйынһағыҙ, үҙегеҙ менән йылы кейем, резина итек, юрған алығыҙ. Фонарь, сәғәт, карта, ут тоҡандырыу өсөн иҫке гәзиттәр ҙә артыҡ булмаҫ. Бынан тыш, һауыт-һаба, балта, көрәк, ултырғыс, ут тоҡандырыу өсөн шырпы ла кәрәк.
* Ниндәй ризыҡ алырға һуң? Беренсенән, тиҙ боҙолған ризыҡ алмаҫҡа кәңәш ителә, икенсенән, һәр береһен яҡшы итеп төрөргә, өсөнсөнән, әҙерләүгә күп ваҡыт талап итмәгәндәрен һайлау отошлораҡ.
* Иң мөһиме – һыу һәм тоҙ. Һыу таҙа, шишмәнеке булһа, бигерәк тә яҡшы. Йәйге эҫе көндә балыҡ күп тотолһа, боҙолмаһын өсөн уны тоҙларға кәрәк. Икмәкте полиэтилен шыптырҙа һаҡлағыҙ.


Вернуться назад