БАЛЫҠСЫ ДӘРЕСТӘРЕ08.02.2014
БАЛЫҠСЫ ДӘРЕСТӘРЕ Фидерға ҡармаҡлау

Фидерға тотоу һуңғы йылдарҙа киң таралды. Был ысул менән Башҡортостандың бөтә төр һыу ятҡылыҡтарында ла ҡармаҡларға мөмкин. Фидерға тотҡанда нимәләр булырға тейеш? Беренсенән, 2,7-3,4 метр оҙонлоғондағы ҡармаҡ сыбығы, 30-150 грамм ауырлығындағы ем һалғыстар, үрелгән ҡармаҡ ебе, кәтүк һәм ырғаҡтар кәрәк. Ағын һыулы йылғаларҙа 80-150 грамлыҡ ем һалғыстар ҡулланылһа, тымыҡ һыуҙа 30-40 грамлыһы ла етә. Фидерға тотоу күбеһенсә эре балыҡҡа тәғәйенләнгән. Шуның өсөн дә үтә нәҙек ҡармаҡ ебен һайларға ярамай, сөнки алыҫҡа ташлағанда уның өҙөлөүе ихтимал.
Нисек итеп ем әҙерләргә? Ем һыуға төшөү менән 5-6 минут эсендә таралырға тейеш, ойошоп ятһа, балыҡ уға иғтибар итмәй. Төрлө тәмләткестәр ҡушырға кәрәк. 20-30 метрға ташлағас та, ҡармаҡ сыбығығыҙҙы асалы ағасҡа һалығыҙ. Балыҡ ҡапһа, кинәт тартырға ярамай. Был бер ҡарауға ябай һымаҡ тойолһа ла, балыҡсынан ҙур оҫталыҡ талап итә.


Вернуться назад