«Һәр эште лә закон нигеҙендә башҡарырға кәрәк», — ти Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау идаралығының әйҙәүсе белгес-эксперты Рәлим Рәзим улы ХАЖИЕВ.
Яҙ, йәй миҙгеле — күптәр өсөн көтөп алынған мәл. Берәүҙәр ҡояш йылыһын һағынһа, бәғзеләр емеш-еләк йыйып ҡалырға тырыша, ә ир-ат ҡармағын алып, һыу буйына ашыға. Беҙҙең әңгәмәлә иһә республикала балыҡсылыҡ тармағын үҫтереү, һәүәҫкәр балыҡсыларҙың мәнфәғәтен яҡлау тураһында һүҙ барҙы.
— Әле илебеҙҙә һәүәҫкәр һәм спорт балыҡсылығы тураһындағы закон проекты фекер алышыуға сығарылған. Ошо йүнәлештә беҙҙең республикала ниндәй эш алып барыла? — Бөтә һыу ятҡылыҡтарының да дөйөм файҙаланыуҙа булыуы билдәле, йәғни федераль милектә. Шуның өсөн дә уларҙы ҡуртымға биреү, балыҡ үрсетеү, һатыу мәсьәләләре закон нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Яңы ҡанун ҡабул ителһә, балыҡсыларға ла, уны ойоштороусыларға ла еңелерәк булыр ине, тигән фекерҙәмен.
— Бер кемгә лә сер түгел, һәүәҫкәр балыҡсыларҙың күбеһе хоҡуҡтарын тейешле кимәлдә белмәй. Балыҡҡа барһа, тоторға рөхсәт бирмәйҙәр йә әле тотолмаған балыҡҡа аҡса талап итәләр. Был дөрөҫмө? — Һәүәҫкәр балыҡсылар түләүле һыу ятҡылыҡтарынан да файҙалана ала. Тик ҡуртымға алыусы эшҡыуар йәки ойошма үҙҙәре үрсеткән балыҡ өсөн генә хаҡ билдәләргә тейеш. Электән унда булған табан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтарға хаҡ ҡуйылмай. Тик шуны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: һәүәҫкәр балыҡсылар рөхсәт ителгән ысул менән генә ҡармаҡларға тейеш.
— Балыҡсылыҡ тармағы артабан нисегерәк үҫешер? Минеңсә, ошоға тиклем был өлкәгә әллә ни иғтибар булманы шикелле. — Эйе, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар. Балыҡ үрсетеүгә, ғөмүмән, балыҡсылыҡҡа ҡараш ҡырҡа үҙгәрәсәк. Булған балыҡты тотоп бөтөрөү түгел, киреһенсә, үрсетергә, һыу ятҡылыҡтарын даими күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Ҡуртымға бирелгән һыу ятҡылыҡтарының яр буйында кешегә тейешле шарттар тыуҙырылған икән, түләүле балыҡ тотоуға ла ҡаршы түгелмен. Һәр кемдең проектты тикшереүҙә ҡатнашыуын теләйем. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: проект буйынса республика биләмәһендәге балыҡсылыҡ өсөн тәғәйенләнгән бөтә һыу ятҡылыҡтарының 5 проценты ғына түләүле итеп яраҡлаштырыласаҡ. Ҡалғандары дөйөм файҙаланыуҙа буласаҡ. Был иҫәпкә быуалар инмәй. Әле ошо мәсьәлә бер ни тиклем ҡыйынлыҡ тыуҙыра, сөнки балыҡсылыҡ ҡағиҙәләре күл, йылға һәм һыу һаҡлағыстарға ғына ҡағыла. Шулай ҙа эш бара. Тиҙҙән был мәсьәләләргә лә аныҡлыҡ индерелер, тип уйлайым.
Һәүәҫкәр балыҡсылар түләүле һыу ятҡылыҡтарын бушлай файҙалана ала. Тик ҡуртымға алыусы эшҡыуар йәки ойошма үҙҙәре үрсеткән балыҡ өсөн генә хаҡ билдәләргә тейеш. Электән унда булған табан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтарға хаҡ ҡуйылмай.
Ҡасан һәм ниндәйен тоторға? Һәүәҫкәр балыҡсының күңелендә һәр ваҡыт ниндәйҙер ҙур балыҡ тотоу теләге йәшәй. Кемгәлер уңыш йылмая, ә ҡайһы берәүҙәр ваҡ балыҡ менән хушһынырға мәжбүр. Шулай ҙа Федераль балыҡсылыҡ агентлығының 2009 йылдың 13 ғинуарындағы бойороғонда йылға-күлдәрҙә ниндәй балыҡты күпме һәм ҡайһы ҙурлыҡтағыһын тоторға рөхсәт ителгәне әйтелгән.
Был бигерәк тә ҡиммәтле балыҡтарға ҡағыла. Мәҫәлән, сөгәне (стерлядь) 42 сантиметрҙан ҙурын ғына ҡармаҡларға мөмкин, ағарсаҡты (жерех) – 40 см, һыла балығын (судак) – 40 см, ҡорманды – 25 см, һаҙанды – 40 см, йәйенде – 90 см, оптоно – 25 см. Нисек үлсәргә һуң? Балыҡтың морононан алып ҡойроғона тиклемге ара алына. Бынан бәләкәйҙәре һыуға кире ебәрелергә тейеш. Закон буйынса 15 апрелдән алып 15 июнгә тиклем балыҡ тотоу ваҡытлыса тыйыла, сөнки был осор ыуылдырыҡ сәскән мәлгә тура килә. Шулай ҙа һәүәҫкәр балыҡсылар ҡуртымға алынған быуаларҙа ике ҡармаҡҡа тота ала. Ниндәй ысулдар менән тотоу ярамай һуң? Әлбиттә, ау, йылым, мурҙа һымаҡ ҡоралдар тыйыла. Һәр балыҡсы балыҡ тотоу менән бер рәттән тәбиғәтте һаҡлау тураһында ла уйланырға тейеш. Яр буйҙары таҙа булған һыу ятҡылыҡтары үҙенә саҡырып ҡына тора бит! Һуңғы йылдарҙа йылға-күлдәрҙә балыҡсыларҙың спорт ярыштарын үткәреү һәйбәт йолаға әүерелеп бара, тик уны күптәр белмәй ҡала.