Эй ултыра балыҡсы...08.02.2014
Эй ултыра балыҡсы...Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Белеүегеҙсә, баҫмабыҙҙа балыҡсылыҡ темаһына айырым яҙмалар донъя күрә килде, әммә даими мәғлүмәт бирә барыу йолаға инмәгәйне. Гәзитебеҙҙә тема төрлөлөгөн киңәйтеү, был шөғөлдө мөкиббән яратҡан һәм уның менән ҡыҙыҡһынған дуҫтарыбыҙҙың тәҡдимен иҫәпкә алып, “Эй ултыра балыҡсы...” тигән махсус бит сығара башлайбыҙ. Унда һеҙҙе һөнәри оҫталыҡҡа эйә һәм һәүәҫкәр балыҡсылар, ҡармаҡлау серҙәре, был табыштан әҙерләнгән аш-һыу төрҙәре хаҡында һәм башҡа ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалар көтә. Өҫтәүенә мауыҡтырғыс әңгәмәләр, хикәйәләр уҡып һөйөнөрһөгөҙ, конкурстарҙа ҡатнашып, кроссвордтар сисеп ярышырһығыҙ.
Дуҫтар! “Эй ултыра балыҡсы...” махсус битенә ҡарата фекерҙәрегеҙҙе, кәңәштәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе хат йә Интернет аша (bash.bashgazet.ru), шулай уҡ [email protected] электрон адресына яҙып ебәрә алаһығыҙ.


Вернуться назад