(Мөхәммәт Рәшитов, “Йылға зыяратты йыуа”, 2014 йыл, 18 ғинуар)
Автор һуғыш йылдарында “Ҡыҙыл партизан” колхозында тир түккән тыл ҡаһармандарына ҡуйылған һәйкәлгә әле һаман уларҙың исеме беркетелмәүе, шулай уҡ ауылда мосолман зыяратының тирә-яғын Инйәр йылғаһы йыуа башлауы хаҡында борсолоп яҙғайны.
Ошо көндәрҙә Архангел районы хакимиәте башлығы А.Комзаловтан шундай яуап алдыҡ: “Был мәҡәлә буйынса ентекле һөйләшеү булды, уны өйрәндек. Оҙондар ауылы эргәһендә Инйәр йылғаһының яр буйын нығытыу буйынса былтыр проект-смета документацияһына дәүләт экспертизаһының ыңғай яуабын алдыҡ. Был эш 61 миллион 497 мең һумға төшә. Объекттың дәүләт заказсыһы булған Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уны 2014 йылдың республика адреслы инвестиция программаһына индереү мәсьәләһен хәл итә.
Тыл ветерандарына ҡуйылған һәйкәлгә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге яҙыу әҙерләй”.