Майҙаны ил биләмәһенең ни бары 6 процентын тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, Волга буйы федераль округына атмосфераны бысратыуҙың дөйөм Рәсәй күләменән 20 процент самаһы тура килә. Был беҙҙә сәнәғәт объекттарының күпләп урынлашыуына бәйле.
Хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм урман хужалығын үҫтереү мәсьәләләренә арналған доклад тәҡдим итте.
— Беҙҙең округ илдә нефть эшкәртеү, калийлы ашламалар етештереү буйынса беренсе урында бара, — тине Рөстәм Хәмитов. — Нефть һәм тәбиғи газ сығарыу йәһәтенән — икенсе урындабыҙ. Округ минераль ашламалар, синтетик ыҫмалалар, пластмасса, шина, каустик сода сығарыу буйынса ла алдынғылар иҫәбендә. Быларҙың барыһы ла экологик хәлде ҡатмарлаштыра.
Башҡортостан башлығы округта тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән төп дүрт проблеманы — атмосфера һауаһын һәм һыу объекттарын бысратыуҙың юғары кимәлен, экологик зыянлы объекттарҙың күплеген, етештереү, ҡулланыу ҡалдыҡтарын йыйыуҙы, һаҡлауҙы һәм утилләштереүҙе ойоштороуға бәйле ҡыйынлыҡтарҙы, шулай уҡ урман ресурстарының һөҙөмтәһеҙ файҙаланылыуын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә атмосфера һауаһына бысраҡ матдәләр сығарыу күләме былтыр 5 миллион тоннанан артып киткән. Уларҙың төп сығанаҡтары — сәнәғәт предприятиелары һәм транспорт. Транспорттың кире йоғонтоһон кәметеү өсөн уны газ яғыулығына әүҙемерәк күсереү мөһим тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов. Был турала күптән һүҙ алып барылһа ла, әлегә ысын, йылдам ойоштороу эше башҡарылмай, автомобиль транспортының аҙ ғына өлөшө газға күсерелгән.
Икенсе проблема — бысраҡ һыуҙы таҙартмайынса ағыҙыу. Волга буйы федераль округында уның йыллыҡ күләме 3 миллион кубометрҙан ашыу тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, яңы таҙартыу ҡорамалдарын, һыу ағыҙыу канализацияларын төҙөү, ғәмәлдәгеләрен яңыртыу кәрәк, ә иң мөһиме — бысраҡ һыуҙы йылғаларға төшөрмәү.
Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын йыйыу, эшкәртеү бурысын дәүләт-шәхси партнерлыҡ ярҙамында тормошҡа ашырырға кәрәк тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов.
— Беҙ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса бизнес ойошторорға, уға һалым ташламалары бирергә, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә тейешбеҙ. Иң мөһиме — ул беҙ йәшәгән биләмәне тәртиптә тотһон, — тине Башҡортостан Президенты.
Волга буйы федераль округында экологик зыянлы 65 объект бар. Нигеҙҙә, милексеһеҙ ҡалған элекке сәнәғәт производстволары улар. Республика Президенты билдәләүенсә, бындай территорияларҙы санакциялау күп сығым талап итә, ә төбәктәрҙең аҡсаһы артып бармай, тейешле федераль программаны ҡабул итеү иһә ресурстар етмәү арҡаһында кисектерелә килә.
— Айырым маҡсатлы федераль программаны ҡабул итеүҙе тиҙләтеү шарт, — тине төбәк етәксеһе. — Тупланған экологик зыян төшөнсәһен закондар менән нығытырға кәрәк. Бынан тыш, төбәктәргә экологик контроль йәһәтенән өҫтәмә вәкәләттәр бирелергә тейеш. Йәшәйешебеҙҙе тәьмин итеү мәсьәләләрен Мәскәүҙә, федераль структурала ҡарарға ярамай. Беҙгә вәкәләттәр бирегеҙ, беҙ уларҙы тейешенсә файҙаланасаҡбыҙ.