Ҡара быҙау Мәсетле районының бер ауылында булған был хәл. Бер апай үгеҙен бестермәй ҡалдыра. Йәнәһе лә, аҡса һуғасаҡ. Кемдең һыйыры быҙаулай, шуларҙан барып хаҡ һорай икән:
— Минең үгеҙем ҡасырҙы һеҙҙең һыйырығыҙҙы, давай шуның өсөн аҡса!
Сираттағы йортҡа килеп аҡса талап иткәс:
— Үгеҙегеҙ ниндәй төҫтә һуң? — тип һорағандар.
Теге апай:
— Ҡыҙыл, ә ниңә? — ти икән.
— Улай булғас, бер нисек тә һеҙгә түләй алмайым, сөнки беҙҙең һыйырҙың быҙауы ҡара бит әле!..
Бөтөн йомортҡа Элегерәк булған хәл. Мәсетле районының бер ауылында ир-ат бесәнгә йыйына икән. Бер нисә көн ҡуна ятып сабалар, шуға ашарға ла арыу ғына алырға кәрәк.
Юлда ат менән китеп барғанда, егеттәр Сәмиғулла исемле ағайҙың төргәгендә бешкән ике генә йомортҡа ятҡанын күрә. Ҡатыны һараныраҡ булғанмы, бик етеш йәшәмәгәндәрме — уныһы мөһим түгел.
Әлеге лә баяғы шуҡ егеттәрҙең береһе ипләп кенә төргәкте асып, бер йомортҡаға ҡәләм менән "Күкәйҙең береһен алып ҡайт!" тип яҙа ла кире урынына һалып ҡуя. Сәмиғулла ағай быны һиҙмәй.
Ҡыҙыу эштән һуң төшкө ашҡа туҡтайҙар. Егеттәр көлөшә-көлөшә тамаҡ ялғай. Сәмиғулла ағай бер йомортҡаһын ашай ҙа икенсеһендәге яҙыуҙы күреп ҡала, әйләндереп-әйләндереп ҡарағас, кире һалып ҡуя. Кисен дә, икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана — алып ҡарап ултыра ла кире һала. Барыбер йомортҡаны ашамай теге. Үҙе һыр ҙа бирмәй, тәки ҡатынына "ҡуян күстәнәсе" тигән булып алып ҡайта.
Ә егеттәр аҙаҡ ҡына Сәмиғулла ағайға шаяртҡандарын әйтә. Шулай ҙа була тормошта.
Айрат СИРБАЕВ.
Баймаҡ районы.
"Беҙҙе кем тип беләһең?" Беҙҙең яҡтан ике ағай Верхнеуральск ҡалаһына барған. Сарсап, арып, ашханаға ингәндәр. Түҙмәй, 40 стакан сәй алғандар. Ҡайтарып бирерлек ваҡ аҡсаһы булмағас, кассир тағы ике стакан алырға ҡушҡан. Былар, киреләнеп:
— Нимә, беҙҙе һыйыр тип беләһеңме әллә? — ти икән.
Мәрйәм БӘКИРОВА.
Учалы районы, Ҡобағош ауылы.