Республикабыҙҙың ҡала һәм район гәзиттәрендә эшләгән ҡәләм оҫталары ете ижади берләшмәгә ойошҡан. Журналистар даими осрашып, тәжрибә уртаҡлаша.
Краснокамала донъя күргән “Кама таңдары” гәзитенең баш мөхәррире Ирина Вәлиева етәкселегендәге төньяҡ район-ара ижади берекмәгә Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалалары, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә һәм Тәтешле райондары журналистары инә. Уларҙың сираттағы осрашыуы Яңауыл ҡалаһында уҙҙы. Сарала баҫма етәкселәре менән бер рәттән яуаплы секретарҙар, фотохәбәрселәр, реклама буйынса белгестәр, шулай уҡ “Башҡортостан”, “Чолман”, “Ошмес” гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов ҡунаҡтарҙы ҡала һәм район тарихы, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының бөгөнгө эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, ғинуарҙа булған фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү барышына туҡталды, бәләгә тарығандарға матди ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
Нефтекама ҡалаһының “Красное знамя” гәзите баш мөхәррире Людмила Сабитованың Сочи ҡалаһында журналистарҙың “Бөтә Рәсәй-2013” фестивалендә алған тәьҫораттарын, унда күтәрелгән мәсьәләләр тураһындағы сығышын ҡәләм оҫталары йылы ҡабул итте.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп эшләне. Баш мөхәррирҙәр, яуаплы секретарҙар бөгөнгө шарттарҙа район, ҡала гәзиттәрен уҡымлыраҡ итеү юлдары тураһында һөйләшһә, реклама өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр был йүнәлештәге ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса фекер алышты.
Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, “Башҡортостан” гәзите фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов үткәргән оҫталыҡ дәресе һөнәрҙәштәре өсөн ғәмәли йәһәттән бик әһәмиәтле булды.
Алдан әҙерләнгән фотоһүрәттәр күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса беренсе урын Ҡариҙел район гәзитенә бирелде. Тәтешлеләр менән краснокамалар иһә икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарҙы бүлеште. “Һәр ваҡыт фотохәбәрсе” конкурсында еңеүсе итеп Нефтекаманың “Красное знамя” гәзите хеҙмәткәре Руслан Никонов, “Яңауыл таңдары”нан Рөстәм Сангов һәм “Асҡыным-йәнтөйәгем”дән Марат Юнысов билдәләнде. Уларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Республикабыҙҙың төньяҡ төбәге журналистары киләһе ижади осрашыуын Ағиҙел ҡалаһында үткәрергә килеште.
Рәмзиә ҒӘЗИЗОВА, “Ағиҙел уттары” гәзитенең баш мөхәррире: — Телефон аша даими аралашабыҙ, әммә күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыуға етмәй. Ҡала һәм район гәзиттәре өсөн еңел булмаған мәлдә ошондай һөйләшеү бигерәк тә мөһим. Баҫмаларыбыҙҙың тиражын һаҡлап ҡалыу, һөнәри оҫталыҡты күтәреү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса файҙалы һөйләшеү булды.
Рәмил ИҘИӘТУЛЛИН, “Яңауыл таңдары” гәзитенең баш мөхәррире: — Ижади осрашыуҙан үҙем өсөн ҙур фәһем алдым, көндәлек эште тағы ла һөҙөмтәлерек итеү йәһәтенән төплө тәҡдимдәр ишеттем. Бындай осрашыуҙарҙы дауам итеү яғындамын. Ижади берләшмәбеҙ киләсәктә лә ошо әүҙемлеген кәметмәһен ине.
Фәйрүзә ЮНЫСОВА, “Асҡыным-йәнтөйәгем” гәзитенең баш мөхәррире: — Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, алыҫ китеп булмай, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Бурыстарыбыҙ, проблемаларыбыҙ оҡшаш — уларҙы уртаға һалып һөйләшеү ифрат әһәмиәтле. Семинар беҙгә генә түгел, реклама буйынса белгестәр, фотохәбәрселәр өсөн дә файҙалы булды.