Баш ҡалабыҙҙың һыуы – иң сифатлылар иҫәбендә. "Өфөводоканал" муниципаль унитар предприятиеһының Рәсәй Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге махсус премияһына лайыҡ булыуы ошоға ишара.
Күптәрҙең ҡала крандарынан аҡҡанын яманлап, махсус һауытта һатылған эсәр һыуға күсеүенә өйрәнеп барабыҙ. Баҡтиһәң, Өфө һыуы башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә ҡалышмай. Был турала "Өфөводоканал"дың генераль директоры Вячеслав Гордиенко белдерҙе. Уның әйтеүенсә, баш ҡала һыуы хатта тәме буйынса ла башҡа төбәктәрҙекенән бер башҡа өҫтөн.
"Өфөводоканал"дан тыш, Рәсәй Хөкүмәте премияһы Пермь һәм Екатеринбургтың ни бары ике предприятиеһына тапшырылған. Әлегә тиклем ил етәкселегенең был юғары баһаһына республиканан дүрт ойошма ғына лайыҡ булған.
"Өфөводоканал"дың техник директоры Лев Кантор әйтеүенсә, һыуҙың сифатын күҙәтеүсе системаны яҡшыртыуға ғына 37 миллион һум аҡса бүленгән. Заманса технологиялар ярҙамында Өфөнөң ете һыу үткәргесенең бишәүһендә эсәр һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн ультрафиолет ҡулланыла. Бөгөн ағып төшкән һыу ҡалдыҡтары Ағиҙелде бөтөнләй бысратмай тиерлек.
"Өфөводоканал"дың сәнәғәт ҡеүәтен арттырыу һәм яңыртыу өсөн бөтәһе 4,9 миллиард һум бүленгән. Уға федераль, республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан ғына түгел, ә Рәсәй һәм сит ил банктарынан да аҡса йәлеп ителә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН