Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы киң мәғлүмәт сараларында һайлау системаһының үҫеше, ҡала йәки район биләмәһендә һайлауҙы үткәреү, ойоштороу тарихы тураһындағы иң яҡшы мәҡәләгә, теле- һәм радиосюжетҡа конкурс иғлан итте.
Сараның маҡсаты — республикала һайлау тарихын өйрәнеү, киң мәғлүмәт саралары аша ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле документтарҙы халыҡҡа еткереү. Журналистарға уҙған йылдарҙың иң сағыу ваҡиғаларын яҡтыртыу өсөн архив һәм музейҙарҙа, китапхана, территориаль һәм участка һайлау комиссияларында эшләргә, һайлау системаһы ветерандары менән осрашыуҙар үткәрергә тәҡдим ителә.
Конкурсҡа килгән материалдар эҙләнеү һәм тикшеренеү, теманы асыу дәрәжәһе һәм тәрәнлеге, йөкмәткенең ижтимағи әһәмиәте, автор фекере, уны дәлилләү, материалды уҡыусыға еткереү үҙенсәлеге, тарихи мәғлүмәттең аныҡлығы, һүрәттәр менән биҙәлеше кеүек критерийҙар буйынса баһалана. Бәйге
10 марттан 10 октябргә тиклем дауам итә. Донъя күргән материалдар һайлау системаһының 1999 йылға тиклемге үҫеш дәүерен сағылдырырға тейеш. Документтар, 20 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса, түбәндәге адрес буйынса комиссияға ебәрелә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46. Почта аша ебәрелгән хаттарға
“Киң мәғлүмәт саралары конкурсы” тигән билдә ҡуйыу шарт. Еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.