Һимеҙ ҡалъя кемгә эләгә?29.03.2014
Һимеҙ ҡалъя кемгә эләгә?
Яҙ килеүгә шатлана-шатлана эшкә йүнәлдем. Әммә юлымда осраған ике инәйҙең һөйләшеүен ишетеү менән күтәренке кәйефем юҡҡа сыҡты.

— Уф, тағы түләргә ваҡыт етте! Ҡасан һыу һәм газ өсөн хаҡтар артыуҙан туҡтар инде, — тип ауыр көрһөндө береһе.
— Эйе, пенсиябыҙ шул түләүҙәргә китеп тора, ни ҡылырға һуң, Аллам?! – тип икенсеһе әллә Хоҙайҙан ялбарҙы, әллә үҙен тынысландырырға теләне.
Ысынлап та, күпергәндән-күперә барған хаҡтар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе лә урап үтмәй. Ә эш хаҡы, нигеҙҙә, шул кимәлдә ҡала. Хатта ҡайһы берәүҙәр үҙ фатирын ҡуртымға алған һымаҡ тойола башланы. Айына 4-5 мең һумлыҡ түләүҙе тағы нисек атайһың инде.
Әлбиттә, йыл һайын 1 июлдән хаҡтарҙың артыуы — тотош илдә күҙәтелгән күренеш. Хаҡтарҙы, ҡайһы бер тарифтарҙы иҫәпкә алмағанда, махсус органдар билдәләй. Үкенескә ҡаршы, «ҡайһы бер»ҙәре бар шул. Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡты нәҡ шуларының юғары булыуы борсой ҙа инде. Мәҫәлән, йорт тирәһен таҙа тотоу, сүп-сар сығарыу өсөн түләнгән аҡса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шаҡырайтып тигәндәй хаҡ алына, әммә тейешле эште йүнләп атҡармайҙар. Һөҙөмтәлә күп ҡатлы йорттар эргәһендәге өйөм-өйөм ҡар, сүп-сар кәйефте ҡыра.
Әйткәндәй, ошо һәм башҡа ваҡ-төйәк күренгән хеҙмәттәр өсөн нәҡ идарасы компаниялар хаҡ билдәләй ҙә инде. Үҙҙәре әйтеүенсә, “икмәк”тәре шул. Ә хаҡтарға ҡарағанда, шул икмәк өҫтөнә “май”ҙы бигерәк мул яғып ашайҙар.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү мәсьәләһе буйынса ил кимәлендә ваҡыт-ваҡыт бәхәс ҡуба, бер компаниянан икенсеһенә күсеүселәр ҙә бихисап. Шул уҡ ваҡытта түләүҙән баш тартҡан граждандар ҙа юҡ түгел, «күрше бурысын» ҡаплатыусылар ҙа бар.
Ил Хөкүмәте тарафынан был проблема ентекле өйрәнелә. Шулай уҡ һыу һәм газ ҡулланған өсөн түләүҙәр — республика етәкселегенең дә даими иғтибарында. Төрлө социаль ярҙам да ҡаралған, әммә халыҡтың аһ-зары тынмай.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, иң күп ялыу Стәрлетамаҡтан икән. Шуныһы аптырата: һуңғы ике йылда ҡалала хаҡтар республика ғына түгел, дөйөм ил кимәле менән сағыштырғанда ла түбән, тип белдерә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Миҙхәт Зарипов.
— Халыҡтың ялыуын урынһыҙ тип иҫәпләйем. Ремонт эштәрен башҡарыу кәрәклеген онотоп китәләр кеүек. Мәҫәлән, әле һыуыҡ һыуҙың бер кубометры Салауатта — 17, ә Нефтекамала 30 һум булғанда, Стәрлетамаҡта 8 һум самаһы ғына, — ти ул.
Хаҡтарҙың ни өсөн «тешләшеүен» асыҡлау маҡсатында, байтаҡ идарасы компанияларға мөрәжәғәт итеп ҡараным. Үкенескә ҡаршы, күбеһендә ишектәр бикле булып сыҡты. Алты сәғәт буйы шылтырата торғас, бер нисәүһе менән бәйләнешкә инә алдым. Ҡайҙан шылтыратҡанды әйткәс, күптәр яуап бирергә ҡыйынһынды, төрлө һылтау табырға тырышты. Шулай итеп, “эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа” тигән әйтемде үҙ миҫалымда һынап ҡарағандан һуң, бер идарасы компанияһы етәксеһе менән һөйләшә алдым. Уныһы ла исем-шәрифен атамай ғына яуап тотто. Әңгәмәсемдең әйтеүенсә, хаҡтарҙы идарасы компаниялар билдәләмәй, улар ҡайһы бер хеҙмәттәр өсөн генә түләү ала. Был «ҡайһы бер» тигән хеҙмәттәргә хаҡтарҙың сүпрәләй ҡабарыуын хужа кеше былай аңлатты:
— Ремонт эштәрен атҡарырға кәрәк, ә бының өсөн әйберҙәр ҡиммәт. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын да арттырыу зарур. Юғары кимәлдә хеҙмәтләндереү талап ителә икән, сығымдар ҙа шулай булырға тейеш, — тине ул.
Хәҙер заманса технологиялар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә ҡулланыла: йылылыҡты һаҡлау алымдары, тотонолған һыуҙың күләмен билдәләүсе приборҙар һәм башҡалар. Тик бындай үҫеш булһа ла, кеше өсөн аңлайышлы, аныҡ түләү системаһы һаман барлыҡҡа килмәгән. Бары хаҡтар ғына “тешләшеүен” дауам итә. Күҙ йәштәрен түгә-түгә, һуңғы тиндәрен иҫәпләй-иҫәпләй касса эргәһендә торған әбей-бабайҙарҙы (улар араһында йәштәр ҙә юҡ түгел) күрәһең дә, башҡа төрлө әйтергә тел әйләнмәй.


Һандар телендә:
Стәрлетамаҡтың төрлө биҫтәһендә хаҡтар төрлөсә, йәғни 1500-ҙән алып 4500 һумға тиклем. Был һандарға электр һәм газ ҡулланған өсөн түләнгәне инмәй.
Ҡалала төрлө кимәлдәге 40-тан ашыу идарасы компания бар. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләүҙәр 98 процент самаһы тәшкил итә. Ә халыҡтың бурысы – 3-5 процент.


Вернуться назад