Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса район комиссияһының яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү мәсьәләһенә бәйле сираттағы ултырышы ойошторолдо.
Кәңәшмәлә, комиссия ағзаларынан тыш, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, гидротехник ҡоролмалар хужалары саҡырылғайны. Уны район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров алып барҙы.
Комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирек Моғаттаров ташҡын мәсьәләһе буйынса хәлдәр, гидротехник ҡоролмалар торошо, уҙғарылған һәм буласаҡ саралар тураһында тулы мәғлүмәт еткерҙе.
Артабан яҙғы осорҙо хәүеф-хәтәрһеҙ үткәреү буйынса урындарҙа башҡарылған эштәр һәм саралар планы менән Иҫке Ҡалҡаш, Йәшергән, Айҙарәле ауыл биләмәләре башлыҡтары таныштырҙы.
Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Фәнүр Зөфәр улы быйыл ҡар күп яуыуын, тимәк, яҙын һыу ҙа шулай булырын билдәләп үтте. Шуның өсөн ауыл биләмәләре башлыҡтарына, тейешле хеҙмәттәр етәкселәренә һәм белгестәренә яҙғы осорҙо бәлә-ҡазаһыҙ уҙғарыу, кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалыу, милеккә зыян килтермәү өсөн тейешле сараларҙы ваҡытында күреү зарурлығын айырыуса иғтибарға алды. Шул уҡ ваҡытта уҙған йылдарҙағы хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе мотлаҡ төҙәтергә кәрәк. Ташҡынға етди әҙерләнергә, бының өсөн районда йәшәүсе һәр кемгә тулы мәғлүмәт еткерергә, балаларҙы контролгә алырға, канауҙар йырырға, һыу ағыҙыу торбаларын таҙартырға ҡушылды. Эште дөрөҫ ойоштороп, әҙерлек сараларын тейешенсә башҡарһаң, яҙғы ташҡын хәүеф килтермәҫ, моғайын, тине район хакимиәте башлығы.
Валерий ХИСАМЕТДИНОВ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы етәксеһе: – Реcпубликала 10 етештереү объектына, 58 тораҡ пунктҡа һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. 80 мең халҡы булған 20 мең йорт хәүеф биләмәһенә эләгә. Бынан тыш, Белорет районында өс, Бөрйәндә – ике, Архангел, Саҡмағош, Ҡариҙелдә берәр урында боҙ тығылыуы мөмкин.