Тотош районға — 55 кенә дана29.03.2014
Тәүге ярты йыллыҡта Дыуан районында “Башҡортостан” гәзитен ни бары 55 дана (ауыл Советтарын иҫәпкә алып) алдырғандар, яҙылыусыларҙың 45-е — айырым кешеләр.

Сағыштырыу өсөн: Ҡәҙер ауылында — 2, Рухтинда — 2, Әбдрәшиттә — 2, Иҫке Хәлилдә — 2, Яңы Хәлилдә — 1, Мәсәғүттә — 11, Өлкөндөлә — 1, Дыуанда — 3, Михайловкала — 1, Таҙтүбәлә — 1, Ярославкала — 1, Озерола — 1, Ләмәҙҙә — 1, Мәтәүлелә — 1. Мөлкәт, Әбсәләм, Ҡаракүл ауылдарында бер генә дана ла юҡ. Республиканың төп гәзиттәренең береһе булған “Башҡортостан” кем өсөн сығарыла һуң? Башҡорт телендәге был баҫма миңә йәшәү өсөн көс бирә. Уны 35 йыл буйы алдырам, уҡыйым!
Гәзит “Нисек йәшәйһең, ауыл?” рубрикаһы аҫтында республика халҡының көнүҙәк мәсьәләләрен яҡтырта, әхлаҡ темаһын күтәрә, һаулыҡ, көнкүреш тураһындағы махсус биттәрҙә сыҡҡан кәңәштәре менән ярҙам итә. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәре ял минуттары бүләк итә.
Миңә был гәзит, район баҫмаһы кеүек үк, бик яҡын. Ә ниңә башҡалар уға битараф һуң?
Р. ЗИННУРОВ,
хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад