Кәмәңде алдан хәстәрлә29.03.2014
Кәмәңде алдан хәстәрлә
Яҙғы ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау, барлыҡ инженер коммуникацияларының да тотороҡло эшен һәм, әлбиттә, халыҡтың хәүефһеҙ көнитмешен тәьмин итеү мәсьәләләре — Нефтекама ҡала етәкселегенең дә иғтибар үҙәгендә.

Был йүнәлештәге барлыҡ эштәр — хакимиәт башлығы урынбаҫары рәйеслегендәге ташҡынға ҡаршы комиссия ағзаларының көндәлек хәстәре. Үткән йылдар тәжрибәһенән сығып, ҡала биләмәһендә ҡар иреүен бәлә-ҡазаһыҙ үткәреп ебәреү маҡсатында махсус план раҫланған. Мотлаҡ үтәлергә тейешле йәки мөһим булған бер хәстәр ҙә күҙ уңынан төшөп ҡалмаған. Исемлектә ҡаралған ойоштороу эштәре билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы бойомға ашырылған.
— Һауа торошон алдан күҙаллау ысынбарлыҡҡа бигүк тура килмәй, шуға ла яҙғы ташҡынға алдан ныҡлап әҙерләнеү күпкә хәйерлерәк, — тип ҡаршыланы ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе, ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе урынбаҫары Ришат Хәбибуллин авария бригадаларын һәм уларға беркетелгән техника торошон тикшереү барышында.
Мөмкинлектәре булған һәр предприятие, ойошма йыл һайын яҙғы ташҡын осорона авария-ҡотҡарыу һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе башҡарыу өсөн кәрәкле транспорт, техника, материал һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған махсус бригада ойоштора. Уларға әҙерлекле һәм яуаплылыҡты яҡшы аңлаған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр туплана, инструктаж үтә.
Әйтергә кәрәк, барлыҡ предприятие етәкселәре лә был бурысҡа етди ҡарай. Тикшереү нәҡ шуны күрһәтте. Һәр кем үҙ бурысын аныҡ белә, барлыҡ техника һәм ҡорамалдар төҙөк һәм бөгөндән эшкә тотонорға әҙер (һүрәттә).
Ҡала хакимиәтенең территориялар менән эшләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре халыҡты иҫкәртеп сыҡҡан. Йыйылыштар үткәреү менән бер рәттән, һәр кемгә ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан яҙма күрһәтмә таратылған.
Яҙғы ташҡынды ауыр эҙемтәләрһеҙ үткәреүгә йүнәлтелгән ойоштороу саралары шулай ваҡытында үтәлә. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлармын тигән бит. Әлбиттә, был хәүефтең тормошҡа ашмауы хәйерле.


Ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе Зәбир ҒАБДУЛЛИН:
— Төп иғтибар ҡала округына ҡараған ете ауылға һәм шәхси йорттар урынлашҡан бер нисә биҫтәгә бүленә, сөнки уларҙа һыу баҫыу ихтималлығы юғары. Хәүефле урындар алдан билдәләнеп, улар өсөн яуаплы предприятие һәм ойошмалар ҡурҡыныс тыуҙырырлыҡ шарттарҙы бөтөрөү өсөн беренсел сараларҙы башҡарып сыҡты ла инде: һыу үткәреү торбаларын — боҙҙан, йылғалар һәм соҡорҙар аша һалынған күпер тирәләрен, шулай уҡ яҙғы һыуҙарҙың ағыр юлын ҡарҙан таҙартҡан.
Ансар Нуретдинов,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.


Вернуться назад