Башҡортостандан Ҡырым халҡына тәғәйенләнгән гуманитар йөк Симферополь ҡалаһына барып етте.
Уны оҙатып барған Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Павел Самойлин хәбәр итеүенсә, 75 тонна йөк тейәлгән дүрт машина 2,5 мең саҡрымлыҡ юл үткән.
Павел Самойлин билдәләүенсә, Керч ҡалаһында республикабыҙ вәкилдәрен урындағы диаспора ағзалары — “Башҡортостан” сауҙа йортоноң генераль директоры Марат Мәсәлимов үҙенең коллегалары менән ҡаршылай. Артабан колонна Ҡырымдың юл полицияһы оҙатыуында Симферополгә юллана.
Әйткәндәй... Рәсәйҙең Ҡырым ярымутрауы халҡына гуманитар йөк Өфөнән 24 мартта юлға сыҡҡайны. Ауыл хужалығы министрлығы “Башагропродукт” предприятиеһы менән берлектә 36 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләне. Бынан тыш, медицина препараттары, дарыуҙар алып барып тапшырылды.