Тикшереү “боҙҙо ҡуҙғатты”29.03.2014
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Белорет районының Тимер Юл ауылында булған хәлгә парламент тикшереүе үткәрҙе. Башҡарылған эш йомғаҡтары буйынса республиканың Экология кодексына төҙәтмәләр индерергә тәҡдим ителде.

Махсус ойошторолған комиссия рәйесе Рәмил Хәкимов был башланғыс тураһында республика парламентының пленар ултырышында белдерҙе. Ағасты ғәмәлдәге нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе боҙоп ташыу, ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса граждандарҙан килгән ялыуҙар ауылдағы хәлде өйрәнеүгә сәбәп булды, тип хәбәр итте ул. Күҙәтеү органдары етешһеҙлектәрҙе яйға һалыу буйынса күргән саралар хаҡындағы мәғлүмәт комиссия ағзалары тарафынан ентекле ҡаралды. Тикшереү күрһәтеүенсә, Тимер Юл ауылындағы ете сәнәғәт майҙансығында, федераль ҡануниәтте боҙоп, 79 пилорама, күмер етештереүсе ике мейес эшләгән. Рөхсәтһеҙ ер биләү осраҡтары ла булған.
Хеҙмәтте һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, санитария-эпидемиология ҡануниәтен боҙған, ер участкаларын рөхсәтһеҙ биләгән, хеҙмәткә сит ил граждандарын һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙе законһыҙ йәлеп иткән өсөн — 49 административ, ағасты урлап киҫеүгә бәйле 35 енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Вернуться назад