Сәғит яр буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Берәү ҡапһасы! “Өс-дүрт сәғәт ваҡытымды бушҡа үткәрҙем!” – тип көйә ул. Ни эшләргә, буш ҡайтһа – оят. Ҡатыны ла был хәлгә ышанмаясаҡ.
– Башҡа көндә күпме балыҡ алып ҡайта инең, ҡатының ышандымы, рәхмәт әйттеме? – Был һүҙҙәрҙе яңылыш ишеттемме тип, Сәғит тирә-яғын байҡап сыҡты, ләкин берәү ҙә күҙгә салынманы. Шул саҡ үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, юҡ, – тине.
– Ә һин бөгөн буш ҡул менән ҡайт! – Әлеге тауыш тағы ишетелде.
Сәғит ни әйтергә белмәй, ғәжәпләнеп, урынынан ҡуҙғалды. Шул саҡ билдәһеҙ тауыш йәнә яңғыраны:
– Тик, ҡара уны, балыҡ менән һөйләштем, тип һөйләнмә, юғиһә ҡатының тағы ышанмаҫ...