Дәртте уятыр яҙғы табыш29.03.2014
Дәртте уятыр яҙғы табыш
Төбәгебеҙҙең тәбиғәтенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул яҙғыһын айырыуса сағыулана, күңелдәрҙе хозурлығы менән арбай: үҙеңде әкиәт илендә кеүек хис итәһең. Боҙҙан әрселеп, көмөш моңон һуҙа башлаған йылғалар, күңелле сутылдаған ҡоштар... Балыҡсыға ял итеү өсөн тағы ни кәрәк һуң?! Беҙҙең яҡтар күлгә, йылғаға, шишмәгә, быуаға бай. Уларҙа бер тапҡыр балыҡ тотҡанһың икән, артабанғы ял көндәреңде лә ошо шөғөлгә арнап, тәбиғәт ҡосағында үткәрәсәкһең.

Әлегә иһә боҙ аҫтынан балыҡ тотоуға иғтибар бүлергә булдыҡ. Беренсенән, йылға-күл боҙҙан әрселмәгән, икенсенән, ошо ваҡытта табыштың күп эләккәнен беләбеҙ.
Ҡышҡыһын башҡарылған был эш айырым бер фәнгә тиң, сөнки балыҡсы тәбиғәтте өйрәнеү предметынан һынау тотҡан уҡыусыны хәтерләтә. Йылға йәки күлдең ҡайһы өлөшөндә яҡшы ҡаба, ниндәй ҡармаҡты алырға, нисек кейенергә — быларҙың барыһы ла мөһим мәсьәлә.
Иң тәүҙә тәрәнлекте үлсәп, һыу аҫты рельефын тикшерергә кәрәк. Ҡармаҡ сытырға эләгеүсән, шунлыҡтан балыҡты сығарғанда ла ҡыйынға тура килә. Буласаҡ табышты нимәгә әүрәтеү отошло һуң? Төрлө ысул бар: ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа, мормышкаға (ялтырауыҡҡа), тере ваҡ балыҡҡа тоторға мөмкин. Ҡыш-ҡы ҡыуал 30-40 сантиметр булырға тейеш, кәтүктең диаметры 50 миллиметрҙан артмаһын. Айырыуса киң таралған ҡармаҡ — мормышка. Уның менән эш иткәндә, тиҙлек талап ителә: ҡармаҡты йәһәт кенә өҫкә күтәрергә, аҫҡа төшөрөргә кәрәк. Ҡалҡыуыслыны ҡулланғанда (тымыҡ һыуҙа) балыҡтың сирткәнен түҙем генә көтөргә ҡала.
Боҙҙо тишә торған ҡорамалдарға килгәндә, уларҙың бысағы титандан яһалғаны отошло — йыш үткерләү талап ителмәй.
Йылға-күл боҙҙан әрселеү менән балыҡсылар яр буйына ашыға. Кемдең генә ялда өйҙә ултырғыһы килһен инде?! Тышта 10-15 градус йылы булғанда, һәр балыҡсының табышлы ҡайтыуы ихтимал. Һыу таҙара башлағас та, ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа күсеү отошло булыр. Яҙғыһын бөтә балыҡтар ҙа тип әйтерлек яҡшы ҡабыусан. Ҡыштан йонсоп хәлһеҙләнгәнлектән, улар ҙур йылғаларҙың ҡушылдыҡтарына ынтылыусан, сөнки был урындарҙа һыу тиҙерәк йылына, ашарға ла етерлек. Ғөмүмән, тамаҡ туйҙырыу маҡсаты һәр ваҡыт хәрәкәттә булыуҙы талап итә. "Балыҡ йылына ике тапҡыр ныҡ асыға" тигән фекер йәшәй халыҡта. Беренсеһе ыуылдырыҡ сәскәнгә тиклем булһа, икенсеһе — унан һуң ай самаһы ваҡыт үткәс.
Яҙғы балыҡсылыҡҡа бәйле ниндәйҙер кәңәш биреүен белешеп, оҫталарға мөрәжәғәт итәйек. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Риф ағай Зәйнишев.
— Яҙғыһын тәүге табышты сығарғас та, уның эсен ярып, нисек туҡланғанын асыҡлайым, — ти Риф ағай. — Аҡ балыҡтар, мәҫәлән, ыуылдырыҡ сәсер алдынан ныҡ күп ашай. Шуға күрә уларҙы ауларға йыртҡыстары ла сыға.
Апрель, май айҙарын балыҡсылар һағынып көтөп ала. Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәгән Ғәйнетдин ағай Атанғолов был осорҙо ажау, ҡорман, һаҙан, ҡыҙылгүҙгә "һунар мәле" тип иҫәпләй. Балыҡты ярҙан биш-алты метр алыҫлыҡта тороп, тәрәндән тотһаң, ялың уңышлы булыр, ти ул. Ғәйнетдин ағай әйтеүенсә, яҙғыһын селәүсен, бүрттерелгән борсаҡ, кукуруз, ҡарышлауыҡ — буласаҡ табыш өсөн иң яҡшы аҙыҡ.
Һыу 15 — 18 градусҡа тиклем йылынғас та, табан балыҡ ихлас ҡаба башлай — көн генә матур торһон. Уны тотоу өсөн дүрт-биш метрлыҡ ҡыуал, 0,2 — 0,22 миллиметрлыҡ ҡармаҡ ебе, еңел ҡалҡыуыс талап ителә. Бындай әҙерлек менән ике килограмға тиклемге табандарҙы тартып сығарырға мөмкин. Ем итеп ямғыр селәүсене, ҡамыр ҡулланыла. Табан балыҡты емләп тоторға кәңәш ителә. Ихлас ҡапҡан сағында, ашатырға ризығың ҡалмаһа, бер-ике ус балсыҡлы тупраҡ һипһәң дә эләгеүен дауам итә ул.
Карпты, һаҙанды яҙғыһын тотоу ваҡытты бушҡа үткәреүгә тиң, тип иҫәпләй ҡайһы бер балыҡсылар. Улай түгел, киреһенсә, бер мәлдә эреләрен эләктереү мөмкинлеге тыуа. Емһалғысты бүрттерелгән бойҙай, кукуруз, борсаҡ менән тултырып, 25 — 30 метр алыҫлыҡҡа ырғытыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Карп та, һаҙан да инәлтеп кенә ҡабыусан балыҡ булғанлыҡтан, ҡармаҡлаған урыныңды йышыраҡ емләп торорға кәрәк. Күбәләк ҡарышлауығы яҡшы ғына уңыш килтерер. Карп менән һаҙанды шулай уҡ бешерелгән картуфҡа ярма ҡушып йәки консерваланған шәрбәтле кукурузға тотһаң, буш ҡайтмаҫһың.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан күлдәрендә ротан балығы күпләп үрсене. Был һәйбәт түгел, әлбиттә. Белгестәр әйтеүенсә, ротан Амур өлкәһендәге йылғаларҙан килгән. Уның кире яғы шунда: беренсенән, тышҡы ҡиәфәте үҙенә тартып тормай; икенсенән, урындағы балыҡтарҙың ыуылдырығы менән туҡлана.
Беҙҙең йылғаларҙа "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән балыҡтар ҙа күп. Улар, йәғни бағыр, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ, сөгә, уҡбалыҡ һәм башҡалар, таҙа һыуҙы ғына үҙ итә.
Бер кәңәш: "Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма" тигән халыҡ әйтемен иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ ине. Республикала һәр яҙ һайын тиҫтәләгән балыҡсы боҙ аҫтына китеп һәләк була. Боронғолар әйтмешләй, һыуҙан ҡурҡа ла бел, уға хөрмәт тә күрһәт. Балыҡ тотоу мәлен тәртипле, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткәрһәң, ғаиләңә хәүефләнергә урын ҡалмаҫ.
Яҙ — иң яратҡан миҙгелем. Шашып аҡҡан йылғаларҙың үҙен хужаларса тотоуы илһамландыра. Уларҙа һис уйламаған ерҙән эре балыҡ эләктереү ихтималлығын күҙаллап, таң менән күл буйына ашығам. Ә ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла йылғанан табыш эләктергәнһең икән, шул мәлде һағынып иҫкә алырһың, ул һине тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға әйҙәп торор. Балыҡсылыҡтың тағы ла бер үҙенсәлеге шунда: бында барлыҡ кеше бер тигеҙ — етәксе лә, буйһоноусы ла юҡ.


Вернуться назад