Тәнде бер минутта нисек уятырға?28.03.2014
Тәнде бер минутта нисек уятырға?
Организмда матдәләр алмашыуын көйләү өсөн биологик әүҙем нөктәләрҙе һылау файҙалы, тип күп яҙалар. Әммә, билдәле булыуынса, был күп ваҡытты ала. Д.В. Корни "Энәһеҙ нөктә — һылау" тигән китабында үҙеңде бер минут эсендә ипкә килтереү мөмкинлеген биргән методиканы өйрәтә.

1. Йәһәт кенә усты усҡа ышҡығыҙ (5 секунд).
2. Ҡыҙған бармаҡтар менән тиҙ генә сикәләрҙе өҫтән аҫҡа табан һыпырығыҙ.
3. Бармаҡтарҙы баш түбәһендә "бейетеп" алығыҙ (5 секунд).
4. Ҡулды йоҙроҡлап төйөп, тиҙ-тиҙ генә беләктәрҙең һыртын һәм эс яғын ышҡығыҙ (өс тапҡыр).
5. Баш һәм һуҡ бармаҡтар менән ипләп кенә ҡалҡан биҙенә баҫып алығыҙ (өс тапҡыр).
6. Муйындағы йоҡа артерияны табып, уға ипләп кенә баҫығыҙ һәм бишкә тиклем һанағыҙ. Бушатығыҙ. Тәрән итеп тын алығыҙ.
7. Баш бармаҡ менән баш мейеһенең соңҡалағы (умыртҡа менән тоташҡан ерендә) соҡорон табып, уға өскә тиклем һанағансы баҫып тороғоҙ (быны өс тапҡыр ҡабатларға кәрәк).
8. Аяҡтағы рефлектор зоналарын һылау:
а) баш бармаҡтың осон, аҙаҡ битен ҡыҫығыҙ. Ауыртып торған нөктә барлығы беленһә, сир тойолмай башлағансы ышҡығыҙ;
б) баш һәм һуҡ бармаҡтар менән сираҡ һеңерен ҡаты ғына итеп тотоп ҡыҫығыҙ, унан бер аҙ бушатығыҙ (быны һәр аяҡта өсәр тапҡыр ҡабатларға кәрәк);
в) аяҡ суҡтарының өҫтөн ҡул йә икенсе аяҡ менән йәһәт кенә ышҡып алығыҙ.
9. Усығыҙ менән балтырҙарҙы бөтә яҡлап, аҫтан өҫкә табан һуҡҡылап алығыҙ.
Һылауҙарҙан һуң тәнегеҙ ләззәтләнеп йылынһа, яҡшы һөҙөмтәгә ҡыуанырға мөмкин: 60 секунд эсендә организмдың төп системаларын "уяттығыҙ" бит!


Вернуться назад