Быны беләһегеҙме?28.03.2014
Кер йыуыу ҙа — үҙенсәлекле хеҙмәт

* Керҙе ҡайнатҡанда һыуға күҙ һабыны киҫәген һалһаң, шулай уҡ сайҡатҡанда тасҡа бер-ике тамсы хушбуй тамыҙһаң, кейемдән тәмле еҫ бөркөлөп торор.
* Йомшаҡ йөнлө таҫтамал һәм халаттар күпереп торһон өсөн уларҙы йыуғандан һуң бер аҙ тоҙло һыуҙа тоторға кәрәк.
* Һатып алған мәлдәге кеүек һаҡланһын өсөн ебәк әйберҙәрҙе йыуған саҡта һыуға бер-ике аш ҡалағы һеркә өҫтәгеҙ.
* Ҡыш тышта киптергәндә кер бауға йәбешмәһен тиһәгеҙ, сайҡатҡан һыуға бер аҙ һеркә һалығыҙ. Бауҙың үҙен дә тоҙ йәки сода һалынған йылы һыуға мансылған сепрәк менән һөртөп алырға була.
* Ирҙәр күлдәге ныҡ бысранһа, кистән яғаһын, манжеттарын тальк менән эшкәртергә кәрәк.
* Кер йыуыу машинаһында кейемде тиҫкәре яғын әйләндереп, төймәләрен өҙөлмәһен өсөн ҡаптырып йыуыу зарур.


Вернуться назад