Элек һәр ғаиләлә тиерлек башы марля менән ябылған өс литрлыҡ банка эсендә сәй бәшмәге тотола торғайны. Тәме буйынса ул ҡиммәтле һуттарҙан кәм түгел, өҫтәүенә бик файҙалы.
Тамаҡты ла, ашҡаҙанды ла дауалай Сәй бәшмәге башта Цейлонда, унан Һиндостанда таралған, беҙгә XX быуат башында килгән. Ул медузаны хәтерләтә. Сәйҙән үҙенә кәрәкле матдәләрҙе ала һәм һөт, һеркә, күмер, глюкон кислоталары, "С" һәм "В" витаминдары бүлеп сығара, һөҙөмтәлә ауырыуҙы киҫәтеү өсөн генә түгел, дауа сифатында ла ҡулланыла.
Бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә эйә, ауыҙ эсенең елһенеүен, хатта стоматитты бөтөрә. Ангина, фарингит менән яфаланғанда, тамаҡты ике-өс сәғәт һайын сәй бәшмәге менән сайҡатһаң, тиҙерәк һауығаһың. Аяҡ, ҡул бармаҡтарындағы бәләкәй яраларҙы ла ошо эсемлек ярҙамында бөтөрөргә була.
Сәй бәшмәген элек-электән ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалауҙа ҡулланғандар. Уны иртәнсәк ас ҡарынға ярты стакан эсһәгеҙ, ашҡаҙанығыҙҙың эшмәкәрлеге яҡшырыр. Эс ҡатҡанда, гастрит менән яфаланғанда ҡулланыу файҙалы.
Бынан тыш, халыҡ медицинаһында сәй бәшмәген геморройға, туберкулезға ҡаршы эсергә тәҡдим итәләр.
Уны нисек үҫтерергә? Бәшмәктең өҫкө ҡатламын һаҡ ҡына айырып алып, өс йәки биш литрлыҡ таҙа банкаға һалығыҙ. Өҫтөнә йылы һыу ҡойоғоҙ. Ситен өҙөп алырға ярамай — бәшмәккә зыян киләсәк. Бер тәүлек ошо килеш торһон, уны әле сәй менән туҡландырыу кәрәкмәй, яңы шарттарға өйрәнергә тейеш. Был мәлдә бәшмәк һәр нәмәгә һиҙгер, шуға күрә банканың ауыҙын марля менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Полиэтилен ҡапҡас ярамай, сөнки тонсоҡтора.
Бөтәһе лә дөрөҫ эшләнһә, бәшмәк өҫкә ҡалҡмаҫ, банканың төбөндә ятыр. Бер тәүлек үткәндән һуң иһә һыуҙы түгеп, әҙер туҡлыҡлы ҡатнашманы ҡойоғоҙ. Ул ошолай эшләнә: ҡайнаған һыу асыҡ һары төҫкә ингәнсе уға бешерелгән сәй ҡойорға һәм бер аҙ шәкәр һалырға кәрәк. Ҡатнашмаларҙың күләмен үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай алырға мөмкин. Банка ҡабаттан марля менән ябыла.
Бер нисә көндән өҫтә йоҡа ғына төҫһөҙ шекәрә барлыҡҡа килер. Ике-өс аҙнанан иһә уның ҡалынлығы 10-12 миллиметрға етәсәк. Ҡатнашма һәр саҡ үтә күренмәле, шекәрә ҡатлам-ҡатлам булырға тейеш. Ваҡыт үтеү менән түбәнге өлөшө көрән төҫкә инә.
Аҙна-ун көн үтеүгә эсемлек әҙер була. Уны марля аша һөҙөп алырға кәрәк. Бәшмәкте кәмендә ике-өс көн һайын туҡландырып тороу мөһим. Эсемлектең тәме әскелтемерәк булырға, телде семерҙәтмәҫкә тейеш. Әсерәк икән, ҡайнаған һыу өҫтәргә мөмкин.
Ике-өс аҙна һайын бәшмәккә "мунса көнө" үткәрегеҙ. Бының өсөн уны банканан ипләп кенә алырға һәм, ҡайнатып һыуытылған һыуҙа сайҡап, кире һалырға кәрәк.
Бәшмәк ныҡ үҫеп китһә, ошондай уҡ ысул менән бер өлөшөн икенсе банкаға күсереп һалаһың. Тимәк, был ҡатлам айырым йәшәй башлай.
Тирегеҙ шыма булыр Тире шыма, һығылмалы булһын өсөн сәй бәшмәге менән йыуыныу файҙалы, тиҙәр. Уға мамыҡты мансып, иртәнсәк битегеҙҙе еңелсә ышҡығыҙ. Ҡоро тире өсөн — биш-ете, майлыһына ун көнлөк сәй бәшмәге ҡулланыу яҡшы булыр.
Ҡул һәм аяҡ табандарығыҙ тирләһә, һыуға сәй бәшмәге өҫтәп, шуға тығып ултырығыҙ.