Күҙлекте бергәләп һайлайбыҙ28.03.2014
Күҙлекте бергәләп һайлайбыҙ
Ҡояш нурҙарынан һаҡлаған күҙлектең әһәмиәте йылдан-йыл арта бара. Ул кешенең зауығын билдәләй, ниндәйҙер кимәлдә уңыш символы ла булып тора. Шулай ҙа төп функцияһы — ҡояш сағыу яҡтыртҡан мәлдә күреү һәләтенә зарар килтергән нурҙарҙан һаҡлау.

Күҙлекте нисек һайларға? Тәү сиратта, ҡайҙан ғына алһағыҙ ҙа, ул һеҙгә килешеп торорға, күҙҙәрегеҙҙе ультрафиолет һәм инфраҡыҙыл нурҙарҙан ышаныслы һаҡларға тейеш.
Күҙлектең ниндәйе генә юҡ хәҙер! Әйтәйек, "UV-400" фильтрлылары ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай. Әммә ошондай билдә һуғылған барлыҡ күҙлектәргә лә ышанырға ярамай. Осһоҙ тип сифатһыҙ тауарға алданып ҡуймағыҙ. Ундай күҙлекте кейһәң, баш ауыртыуы, күңел болғаныуы ихтимал. Өҫтәүенә күҙ яҫмығына зарар килә.
Ниндәй кимәлдә яҡтылыҡ үткәреүенә ҡарап, күҙлектәр биш төргә бүленә һәм һандар менән билдәләнә (улар этикеткаларҙа күрһәтелә).
Әйберҙе эшләгәндә етештереүселәрҙең 95 проценты пластик материал ҡуллана, иң таралғаны — поликарбонат. Быяла линзалы күҙлектәр менән сағыштырғанда, улар хәүефһеҙерәк, ярылып бармай. Икенсенән, һығылмалылығы төрлөсә биҙәкләп эшләү мөмкинлеген бирә. Еңел, уңайлы һәм ныҡ булыуы яғынан да отошло. Иң мөһиме — яҡтылыҡ нурынан ышаныслы һаҡлай, аллергия булдырмай.
Һаулығығыҙҙы, матурлығығыҙҙы һаҡлау — һеҙҙең ҡулда. Әлбиттә, яҡшы сифатлы күҙлекте осһоҙға һатып алып булмай. Шулай ҙа "Һаулыҡ — ҙур байлыҡ" тигән әйтемде онотмаһаҡ ине.


Вернуться назад