* Сабыйҙың һәр һорауын етди ҡабул итегеҙ һәм түҙемле, аныҡ яуап ҡайтарығыҙ.
* Өйөгөҙҙә балаға яҙыу, һүрәт төшөрөү өсөн айырым урын бүлегеҙ. Хеҙмәтен баһаларға онотмағыҙ, тәрбиәсеһенә йәки уҡытыусыға күрһәтеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирер.
* Балағыҙ яҙыу менән мәшғүл булғанда уны ҡабаландырмағыҙ, ҡамасауламағыҙ. Өҫтәлендәге бола өсөн әрләргә ярамай, бары эштән һуң йыйыштырып ҡуйырға кәрәклеген иҫенә төшөрөү мөһим.
* Бәләкәстең тәүге баһалаусыһы — һеҙ. Шуға ла уға эшенең һөҙөмтәһен яҡшыртырға, хыялдар ҡорорға ярҙам итегеҙ. Маҡтағас, арҡаһынан һөйөп алырға ла онотмағыҙ.
* Баланы бер ваҡытта ла дуҫтары, тиңдәштәре менән сағыштырмағыҙ.