Салаттар28.03.2014
"Йәшлек"
Кәбеҫтәне туҡмаслап киҫеп, самалап тоҙ һибеп, ҡул менән ыуалайһың. Унан ваҡлап туралған алма (бер килограмм кәбеҫтәгә — берәү) ҡушып, өҫтөнә аҙ ғына һеркә ҡойоп бутайһың — туҡлыҡлы тәғәм әҙер.

Һуғанды балдаҡлап ҡырҡып...
Башлы һуғандың эреләрен һайлап алығыҙ ҙа балдаҡландырып ҡырҡығыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ ҡойоп, тоҙ, шәкәр, борос һибеп, ярты сәғәткә ултыртып тораһың. Ризыҡты өҫтәлгә картуф менән бергә биреү һәйбәт булыр.

Сөгөлдөр менән тоҙло кәбеҫтә
Был салатты әҙерләү өсөн ҙур булмаған бер сөгөлдөр, 300 грамм кәбеҫтә, бер баш һуған, ике аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк булыр.
Сөгөлдөрҙө бешереп таҙартаһың да, һыуынғас, нәҙек һалам рәүешендә ҡырҡаһың. Уға тоҙло кәбеҫтәне, туралған һуғанды ҡушып, май һибәбеҙ ҙә бөтәһен бергә бутайбыҙ.

"Дәрүиш"
250-шәр грамм кишер һәм сөгөлдөр, 200 грамм сыр, бер стакан йөҙөм, грек сәтләүеге, биш бүлкәт һарымһаҡ, майонез алына.
Салат һауытына эре ҡырғыс аша үткәрелгән кишер менән йөҙөмдө, ваҡланған һарымһаҡ менән ҡырылған сырҙы, бешереп ҡырылған ҡыҙыл сөгөлдөр менән грек сәтләүеген ҡатлы-ҡатлы итеп һалабыҙ. Һәр ҡатламға майонез һылайбыҙ. Әҙер салатты тәүҙә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға, унан һуң ғына табынға ултыртырға кәрәк.


Вернуться назад