Ул минеке генә!28.03.2014
Ул минеке генә!
Сер түгел: күп ҡатын-ҡыҙҙы ире көнләшеп яфалай, уны әхирәттәре менән аралаштырмай, яңғыҙын ҡунаҡҡа йәки киноға ебәрмәй. Хәләл ефетенә хатта яҡын туғандары менән осрашырға рөхсәт бирмәгәндәр бар.

Һөҙөмтәлә көнләшеү әкренләп организмды өҙлөгөүгә килтерә, иммунитетты ҡаҡшата, мөхәббәтте, үҙ-ара йылы мөнәсәбәтте юҡҡа сығара, айырылышыуға еткереүе лә ихтимал. Был тойғоно еңелерәк үткәреп ебәреү, булдырмау — бик ҡатмарлы, әммә кәрәкле сара. Шулай итеп, нисек көнләшмәҫкә өйрәнергә һуң?
Ҡайһы берәүҙәр был ауыр тойғонан үҙен алдан уҡ ҡурсалай: тормош юлдашы итеп күҙгә әллә ни салынып бармаған кешене һайлай. Әммә был да уны насар холоҡтан азат итмәй, сөнки ефетендә үҙенең көсһөҙлөгө сағылышын күрә. Кәмһенеү тойғоһо ҙурайған һайын, көнләшеү ҙә көсәйә.
Иң отошло сара — килеп тыуған хәлде аңларға тырышыу. Мөнәсәбәтте шунда уҡ асыҡларға маташырға ярамай, сөнки уйланмаған эш, һүҙ ваҡиғаны ҡатмарлаштыра ғына. Кешенең ғәйебе иҫбатланмаған бит әле. Өҫтәүенә нигеҙһеҙ көнләшеү хыянатҡа этәреүсән. Һөйгәнегеҙҙең бындай юлға хоҡуғын иҫбатлар өсөн генә лә баҫыуы ихтимал. Ирегеҙҙән йәки ҡатынығыҙҙан ғәйебен мотлаҡ таныуын, ғәфү үтенеүен, үкенеүен талап итмәгеҙ — кире һөҙөмтә биреүе бар.
Ҡайһы берәүҙәр бер-береһен үткәндәрҙе иҫләп көнләшә. Был — аҡылһыҙлыҡ, сөнки йән һөйгәнегеҙ янығыҙҙа, тормош юлдашы итеп фәҡәт һеҙҙе һайлаған.
Ирегеҙҙең йәки ҡатынығыҙҙың көнсөл икәнлегенә төшөндөгөҙ, ти. Уға элекке мөхәббәтегеҙ тураһында һөйләүҙән һаҡ булығыҙ. Бындай хәбәр, ғәҙәттә, күңелде яралай һәм киләсәктәге көнләшеүҙәргә нигеҙ һала. Һөйгәнегеҙгә үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙең ныҡлығына ышаныу мөһим, шуға аңлашылмаусанлыҡҡа сәбәп тыуҙырмағыҙ. Ҡайһы берәүҙәр еңелсә көнләштереүҙән ҡәнәғәтлек таба. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡыҙғаныу — ҡурҡыныс тойғо. Көнсөл кеше менән йәшәү — дары мискәһе өҫтөндә шырпы менән уйнау ул. Араларҙы өҙөргә теләмәһәгеҙ, бер ҡасан да алдашмағыҙ: йәмғиәттең ағзаһы булараҡ, башҡалар менән аралашырға тулы хоҡуғығыҙ барлығын әйтегеҙ. Ирегеҙ йә ҡатынығыҙ һеҙҙе ҡыҙғаныуҙан ярһығанда, уны наҙлап-һөйөп тынысландырырға тырышмағыҙ: көнсөллөк мөхәббәт уята, тип уйлауы ихтимал. Бындай холҡон оҡшатмауығыҙҙы әйтегеҙ. Әгәр инде бер ниндәй сәбәпһеҙ көнләшеүен дауам итһә, ул психотерапевтың ярҙамына мохтаж тигән һүҙ.
Әлбиттә, кире холоҡ төрлө кешелә төрлөсә сағылыш таба. Мәҫәлән, йомоҡ, үҙ көсөнә ышанмаған меланхоликтың көнләшеүе нигеҙендә кәмһенеү тойғоһо ята. Ул оҙаҡ ваҡыт эстән генә янып йөрөй ҙә, бер көн килеп, ярһыуын тышҡа сығара. Меланхоликка зыян күреүсе рәүешендә булыу ҡәнәғәтлек килтерә, сөнки һеҙ аҡланырға, уны тынысландырырға тырышасаҡһығыҙ.
Ә бына үҙ көсөнә ныҡ ышанған, ҡабатланмаҫ шәхес икәнлеген иҫбатлар өсөн ҡыҙғаныусы булып ҡыланып, яғымлы һүҙ ишеткәс тә, көнләшеүе юҡҡа сыҡҡандарҙың ҡылығына бигүк иғтибар итмәҫкә кәрәк.
"Ул минеке генә" тип, тормош юлдашын ҡиммәтле әйбереләй һанағандар тормошта хәстәрлекле, ышаныслы була, ә инде "әйбере ситкә киткәнен" һиҙһә, шунда уҡ ғауға ҡуптара. Бындай кешегә һөйөүеңде, тоғролоғоңдо даими иҫбатлап торорға кәрәк.


Вернуться назад