Бай гөлләмә туйға килешә28.03.2014
Бай гөлләмә туйға килешә
Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, донъялағы ҡатын-ҡыҙҙың 95 процентҡа яҡыны сәскәне иң һәйбәт бүләк тип ҡабул итә.

Шулай ҙа гүзәл затҡа бындай ҡыуаныс килтергәндә сама белеү яҡшы. Ҙур, бай гөлләмә туйға ғына килешә ул. Шуға күрә бүләккә бер генә рауза, бер нисә ләлә, гладиолус биреү һәйбәт булыр.
Һары сәскәнең хыянат сағылышы булыуы ихтималлығын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Дауаханала ятҡан яҡынығыҙҙы һөйөндөрөргә уйлаһағыҙ, үтә еҫле гөл һайламағыҙ: сирлегә оҡшамаҫ. Сәскә үтә оҙон һабаҡлы ла булмаһын. Аҡ төҫтәгеләрҙе бирмәүегеҙ хәйерле: аҡ диуарҙың эргәһендә юғалып ҡалыр.


Вернуться назад