Ҡытай – Рәсәй араһын кем яҡынайта?28.03.2014
Ҡытай – Рәсәй араһын кем яҡынайта?
Шәмбе. Ауыр эш аҙнаһынан һуң эй йоҡлағы килә... Юҡ, ярамай, Айгөл Вәкил ҡыҙы көтәлер. Вәғәҙә – иман. Һикереп торам. Бөгөн үҙ елкәмдә почтальон һөнәренең үҙенсәлектәрен татып ҡарарға тейешмен. Беҙ нәшер иткән гәзит-журнал уҡыусыға ниндәй юлдар менән барып етә икән? Ниңә күптәр почта эшенең насарлығына зарлана? Ысынлап та, почтальондың эш хаҡы үтә түбәнме?..

Өфөнөң 10-сы почта бүлексәһенә барып етеүемә уның начальнигы Айгөл Вәкил ҡыҙы Кадикова ла, почтальон Ольга Анатольевна Шерышова ла үҙ урынында ине. Сәләмләшеп, танышып, яндарына уҙам. Стеналар янында стеллаждарҙа гәзит-журнал, конверт-открытка, посылка ҡаптарынан тыш, лотерея бланктары, орлоҡло пакеттар, кәнсә тауарҙары, көнкүреш химияһы урын алған. Ҡала почтаһы тимәҫһең дә, ҡәҙимге ауыл бүлексәһе инде бына! Өскә ике метрҙай ғына бәләкәй клиент залы, төптә – почтальондың эш бүлмәһе менән келәт. Штатта өс хеҙмәткәр һанала, Елена Петровна Ғәбдиева бөгөн ял итә икән.
Сәғәт туғыҙҙа уҡ махсус машина килеп, йәшник-йәшник почта ҡалдырып киткән. Гәзит-журналды, хаттарҙы Ольга Анатольевна ҡабул итеп, теркәп, адрестар буйынса бүлгеләп, заказлы корреспонденцияға белдереү ҡағыҙы тултырып ултыра. Ә бандероль, посылкаларҙы барларға начальниктың әле ваҡыты юҡ, ете йәшник, биш тоҡ, дүрт пакет иҙәндә өйөлөп ята. Ял көнө булғас, халыҡ йоҡлаймы тиһәм, бер-бер артлы ағылып ҡына тора. Бына бер ҡатын торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә квитанцияһын һона, артынса икенсеһе посылка алырға килгән, бер ир телефон һәм кабелле телевидение өсөн хисаплаша, тағы берәүһе бандероль артынан ингән. Айгөл Вәкил ҡыҙы тейешле документтарҙы тултырып, уларҙы компьютерҙа ла билдәләп бара.
Бер аҙ һиллек урынлашҡас, иҙәндәге йөккә тотондоҡ. Айгөл Вәкил ҡыҙы һәр береһен теркәп, номерын, датаһын ҡуйып, келәткә ташый тора. Ҡарайым: күбеһенең тышына инглиз телендә яҙылған. Ҡытайҙан икән. Аптыраулы ҡарашымды күреп:
– Замана йәштәре әйберҙе, осһоҙ тип, башлыса шулай Ҡытайҙан алдыра. Интернет аша сауҙа иткән сайттарҙан яҙҙыралар ҙа ике аҙнанан тауарҙары килеп тә етә. Кейем-һалым, сәғәт-фәлән, телефонға запас частар... – ти етәксе.
Ҡулыма бер еңел генә төргәк алам. Хаҡы – алты доллар, тимәк, 200 һумдан саҡ ҡына күберәк. Күлдәк икән. Айгөл Вәкил ҡыҙы көлөмһөрәй:
– Был ғына нимә ул, 10-20 грамлыҡ нәмәгә лә заказ бирәләр әле.
– Ҡытай хәтлем Ҡытайҙан почта аша килеү хаҡы ла өҫтәлһә, бигүк осһоҙға ла төшмәйҙер ул, – тим.
– Юҡ шул, уныһы бушлай. “Рәсәй почтаһы” менән Ҡытай араһында килешеү бар, – тип ғәжәпләндерә ул.
Бына һиңә мә! Йәһәннәм сигендәге илдән юл хаҡы өсөн бер тин дә түләттермәйҙәр, ә беҙҙең матбуғат баҫмаларын таратыуға хаҡты арттырғандан-арттыралар. Йәнә ана күпме кеше посылка ебәрҙе, кемеһе – йөҙ, кемеһе ике йөҙ илле һум түләне лә баһа! Шунан Ҡытай иҡтисады үҫешмәй кемдеке үҫешһен инде?! Шаҡ ҡатмалы яңылыҡ был минең өсөн.
Халыҡтың көнитмешен белгең килһә, почтаға бар икән. Ҡыҙыҡ хәлдәр аҙым һайын осрай. Бына бер ҡатын инде лә: “EMS (экспресс-почта: корреспонденция тиҙерәк бара. – Авт.) ебәрергә ине”, – ти. Аҡсаһын, паспортын сығарҙы ла: “Ой, ебәрәһе әйберем өйҙә ҡалған”, – тип кире йүгерҙе. Икенсе әбей “негр” сортлы помидор һорай. “Юҡ”, – тибеҙ. “Теге юлы алғайным да өйҙә таба алмайым, ҡайҙа һалғанымды онотҡанмын”, – ти. Урта йәштәрҙәге ир үҙенә ебәрелгән аҡсаны алды ла лотереяға тотонорға булды. Күренеп торған урындағы джек-пот күләме яҙылған ҡатырғаға ымлап: “Үҙгәртмәнегеҙме ни?” – тине. “Ә күпме булған һуң?” – тип ҡыҙыҡһына Айгөл Вәкил ҡыҙы. “15 миллион һум”, – булды яуап. Ир хушлашып сығып китеүгә почта начальнигы урынынан һикереп тороп, уның артынан йүгерҙе: “Паспортығыҙҙы оноттоғоҙ!” Оҙаҡ ҡына тыйыла алмай көлөштөк: “15 миллионлыҡ джек-потҡа ымһынғанда документ та кәрәкмәй бәғзе берәүҙәргә”.
Ҡыҙғаныс ваҡиғалар ҙа булды. Янъял ҡуптарыусылар ҙа табылды. Бер оло ғына йәштәге инәй инеп: “Российская газета” бирегеҙ әле”, — ти. “Туғыҙ һум тора”, – тип яуаплай Айгөл Вәкил ҡыҙы. “Нисек инде туғыҙ һум? Бушлай ине бит!” Етәксе тыныс ҡына аңлатырға тырышты: “Ике аҙнаға бер сыҡҡаны ғына бушлай уның. Көндәлеге – түләүле. Ана, ҡарағыҙ, стенала хатта бушлай сыҡҡанының графигы эленеп тора”. Ҡайҙа ул, әбейең тыңларға ла теләмәй! “Бөтә урында ла бушлай, нишләп бында түләүле ул?! Мин белешермен әле! Тикшерттерәм!” – тип ҡысҡыра. Шулай тауышлана-тауышлана бер дана гәзит һатып алып сығып китте.
Ҡытай – Рәсәй араһын кем яҡынайта? Юмор тойғоһона байҙары ла табылды почтаға юлы төшкәндәрҙең. Бер ағай телефон өсөн түләй. Квитанцияла аванс хаҡы ла күрһәтелә бит хәҙер. “Һеҙ аванс менән түләйһегеҙме?” – тип һорай Айгөл Вәкил ҡыҙы. “Тороп торорҙар. Бына пенсияны ла алдан бирһәләр, түләр инем, – ти ул. Шунан эргәһендәге лотерея билеттарына ымлап күрһәтте. – Исмаһам, унда ла уңыш йылмаймай. Ә, бәлки, был юлы отормон, бирегеҙ әле йомарт ҡулығыҙ менән”.
Бер апай: “Электр утына түләргә квитанциялар килдеме?” – тип һорай. Начальник уға “эйе” ти ҙә бер юлы күршеләренекен дә алыуын үтенә. Аптырап:
– Ниңә квитанцияларын килеп алалар? – тип һорайым.
– Ә бына беҙ урынлашҡан йортта почта йәшниктәре юҡ. Өй һалынып, уны сафҡа индергәндә кешеләр, почта эргәлә, нимәгә ул йәшниктәр, тип ҡуйҙыртмаған да хәҙер ыҙалайҙар. Подъездарына иғлан эләбеҙ, бынан тыш, корреспонденцияны айына ике тапҡыр фатирҙар буйлап таратып сығабыҙ, – ти “хеҙмәттәшем”. Бына ҡыҙыҡ! Почта йәшниге кәрәкмәй, имеш. Ә хаттар, гәзит-журнал артынан көн дә бында керергәме инде?
Икенсе бүлмәгә почтальон янына йүнәләм. Ольга Анатольевна әҙер корреспонденцияны ишек төбөндәге 33 абонент йәшнигенә һалып сыҡты. Төрлө ойошмалар, был йортта йәшәгәндәрҙең бәғзе берәүҙәре ҡуртымға алған икән уларҙы.
Әңгәмәсемдән бүлексәлә нисә дана “Башҡортостан” гәзитен алдырыуҙарын белешәм. “Бишәү”, – ти ул. Әҙ! Уның ҡарауы, бер бик әүҙем яҙылыусы бар икән. Әсләм Ислам улы Арыҫлановтың абруйлы кеше булғанын, йыш ҡына почтаға килеп йөрөгәнен, маҡтап та, тәнҡитләп тә киткәнен, биҫтәләге барлыҡ йыйылыш-фәләндә ҡатнашҡанын тәфсирләп һөйләне почтальон.
Алсаҡ, һүҙсән булып сыҡты Ольга Анатольевна. Хәҙер хаҡлы ялда ул. Бында сентябрь айынан ғына эшләй. Тәүҙә ярты ставкаға тир түккән.
– Окладым биш мең генә һум ине. Айына йәмғеһе ун меңлек хеҙмәт хаҡы сыға. Көнөнә 5 сәғәт тә 40 минут эшләргә тейешмен. Шунан тыш тырышһам, өҫтәп тә түләйҙәр. Әммә ҙур биҫтәлә (бер генә почтальон 50-ләп йорт-ойошманы хеҙмәтләндерә. – Авт.) төп эште ошо билдәләнгән ваҡыт арауығында ла тамамлап булмай, ҡайҙан инде тағы нимәлер башҡарыу! Әлбиттә, кискеһен фатирҙар буйлап йөрөп подписка ойошторһам, заказлы хаттар таратһам, көнкүреш химияһы әйберҙәре һатһам, хеҙмәт хаҡым артыр ине лә, тик ғаиләмә ҡасан иғтибар бүлермен? Ә бит эш күп кенә түгел, ҡурҡыныс та. Мәҫәлән, бер ғаиләгә судҡа саҡырып повестка тапшырырға барҙым. Ире лә, ҡатыны ла иҫерек. Аяҡ аҫтында бәләкәй балалары бутала. Ир кеше ҡағыҙҙы алырға теләмәй. Ҡатыны барыбер белдереү ҡағыҙын тултырҙы. Шунан паспортын ҡарап, тикшергәс кенә повестканы ҡулға тотторорға тейешмен. Уны-быны уйлағанса, ҡатын паспортын бирмәй, суд документын ҡулымдан тартты ла алды. Үҙемде арҡамдан эткеләп-төрткөләп сығарып ебәрҙеләр. Бүлексәгә ҡайтҡас, өс сәғәт буйы тыныслана алманым, – ти ул, тулҡынланып.
Әҙерлек эштәрен тамамлап, сәғәт ун икенсе яртыла икәүләп почта таратырға сығып киттек. Хәтеремдә, элек почтальондың сумкаһы шыплап тултырылып, ана бүҫеләм, бына бүҫеләм тип тора ине. Әле Ольга Анатольевнаның ҡулында – ғәҙәти ҡатын-ҡыҙ сумкаһы. Бөтә нәмә шунда һыйып ятты. Ләкин барыбер өй беренсә тиерлек йөрөргә, бер генә хатты булһа ла тапшырырға кәрәк бит.
Почтальондың биҫтәлә өс йүнәлеше бар. Бөгөн күп ҡатлы йорттарға барабыҙ. Тышта һыуыҡ, аяҡ аҫты тайғаҡ – атлауы үҙе бер мәшәҡәт. Домофон асҡыстарының бөтәһе лә ҡулда юҡ, шуға күрә байтаҡ ваҡыт ҡайһы бер подъезға инә алмай торабыҙ. Гәзит-журналды беренсе-икенсе ҡаттағы ҡайһы саҡ бөтөнләй тырым-тырағай урынлаштырылған йәшниктәргә төшөрәбеҙ, ә заказлы хаттарҙы тапшырыр өсөн фатирҙарға шаҡыйбыҙ. Әммә күбеһе ишеген асмай. Әллә өйҙә юҡтар, әллә йоҡлайҙар... Ольга Анатольевна ундайҙарҙың ишек ярығына “бүлексәлә алты көн һаҡлана” тип яҙылған белдереү ҡағыҙы ҡыҫтыра. Суд повесткалары – алты, Пенсия фонды менән Һалым инспекцияһынан килгән белешмәләр 45 көн буйы хужаһын көтә икән.
Баяғы Әсләм Ислам улына ла заказлы хат бар. Ҡайһылай йәтеш! Бер юлы күреп тә сығырмын. Ишекте ҡатыны Лира ханым аса. Түр яҡтан ағай үҙе лә күренә. Көлөп-йылмайып торған алсаҡ кешеләр менән танышам. Ҡулына “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Вечерняя Уфа” гәзиттәрен тотторабыҙ. Бынан тыш, журналдар ҙа алдыра икән. Эй башҡорттоң ҡунаҡсыллығы! Үтегеҙ, тип саҡыралар. Ваҡыт яғы самалы булып, тәҡдимдән баш тартабыҙ. Гәзит редакцияһынан икәнлегемде ишетеп, хужа Ольга Анатольевнаны маҡтап та ебәрҙе:
– Шөкөр, почта эшен яйға һалды. Элек бигерәк тәртип юҡ ине бүлексәлә. “Башҡортостан”дың “Йома”һын ғына килтерәләр, “Йәшлек” гәзитен шул исемдәге татарса журнал менән бутайҙар...
Бәлки, бынан алдағы хеҙмәткәр телде белмәгән тиһәң, Ольга Николаевна ла башҡорт түгел. Тимәк, һәр урында эш һөҙөмтәһе яуаплы кешенең үҙенә бәйле.
Бер фатирҙа ишекте асмағастар, белдереү ҡағыҙын ҡыҫтырып китһәк, почта начальнигы, клиент әйбере артынан бында килеп еткән, һеҙ ҡайҙа, артығыҙҙан ебәрәм үҙен, тип шылтырата. Бәй, урап ҡайтҡансы беҙҙең бит әле юл оҙон. Вәт, ҡыҙыҡ был халыҡ! Почтальон шунда уҡ почтаға кире йүгерә лә һәр береһен көтөп ултыра, тип уйлайҙармы икән?! Йорттар араһында аймылышып, теге ҡатынды тапҡансы, хатын тапшырғансы, байтаҡ ваҡыт уҙҙы.
Өс сәғәт эсендә ун ике йортта булдыҡ. Ун саҡрымдай юл үттек. Башлыса йорттар 14–18 ҡатлы. Ҡайһы бер подъездарҙа 135-әр фатир. Ниндәйе нисәнсе ҡатта икәнен фаразлап, лифтта бер аҫҡа, бер өҫкә лә күп йөрөнөк. Беренсе ҡатта йә лифт төймәләре янына был хаҡта белешмә яҙып ҡуйһалар, ҡайһылай уңайлы булыр ине!
Ҡытай – Рәсәй араһын кем яҡынайта? Ольга Анатольевна көлә:
– Был ғына нимә әле ул! Ана, алыҫтағы бейек аҡ йортта 500-ләп фатир бар. Ни эшләптер бына шуларҙың барыһының да почта йәшниге үҙҙәренең ишек төбөнә эленгән. Күҙ алдына килтерәһеңме: почтаны һалам тип, ҡаттан ҡатҡа сабауыллап йөрөйөм.
Йә, Хоҙай, ундай ҡыҙғаныс нескәлектәре лә бар икән әле почтальон эшенең! Ярай әле яңыраҡ Ольга Анатольевна тулы ставкаға күсерелеп, хеҙмәт хаҡы артҡан. Хәҙер уның оклады – һигеҙ мең һум. Аҙна буйы етешәр сәғәт эшләй, шәмбелә – биш сәғәт.
– Йәшереп тормайым, февраль айы өсөн 18 мең һум алдым, – ти ул. О-һо! Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә бөгөн 13–16 мең алғандарында был бит насар түгел. Ә ауылда почтальондар ниңәлер, 2–3 мең генә алабыҙ, тиҙәр. Уларҙы айырып ҡарайҙармы?
Төшкө сәғәт өсөнсө яртыла өшөп-туңып, асығып, арып, бүлексәгә ҡайтып индек. Таратып булмаған корреспонденцияны почта начальнигына күрһәттек. Ул тикшереп, тапшырылғандарын компьютерҙа билдәләп ҡуйҙы. Ярай бөгөн биш кенә йәшник почта килгән, юғиһә башҡа көндәрҙә унлап була, тиҙәр. Ольга Анатольевна тейеш булғандан ярты сәғәткә артығыраҡ эшләп ташлаған, шуға ҡайтып китте. Ә мин эш көнө ахырынаса ултырырға ҡарар иттем.
Айгөл Вәкил ҡыҙынан почтальондың эш хаҡы күләменең нимәнән ғибәрәт икәнлеген ҡыҙыҡһынам.
– Подписканан, – ти ул. – Гәзит-журналды халыҡ ни хәтлем күберәк алдырып уҡыһа, почтальондың ставкаһы ла шул тиклем юғарыраҡ була. Бер йыл инде, өҫтәмә эшләп, аҡсаңды күбәйтергә лә мөмкинлек бар.
Шул арала етәксе, ҡулына швабра алып, тиҙ генә иҙәндәрҙе һөртөп алды. Бер меңлек кенә хеҙмәт хаҡына йыйыштырыусы табылмай, ти. Унан дүшәмбе көн иртән почта машинаһы арҡылы ебәрәсәк ҡағыҙ-фәләнде, посылкаларҙы әҙерләй башланы. Документтар тултырҙы, отчет эшләне. Киске сәғәт 6 тулғанда инкассаторҙар, аҡса артынан киләбеҙ, тип шылтыратты.
Мин ҡайтырға сыҡтым. Өйҙә сәй эсеп алғас, йылы юрған аҫтына сумып, йоҡоға талғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Уянғанымда яңы көн тыуғайны. Ай-һай, ауыр икән почтальон хеҙмәте!


Вернуться назад