Илебеҙҙә юлдарҙың торошо водителдәрҙе генә түгел, йәйәүлеләрҙе лә борсоуға һалмай ҡалмай. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ниндәй генә сара күрмәйҙәр!
Яңыраҡ "Өфө ҡалаһын төҙөкләндереү буйынса заказсы һәм техник күҙәтеү хеҙмәте" муниципаль унитар предприятиеһы етәкселеге хәбәрселәрҙе йыйып, асфальт һалыуҙа ҡулланылған яңы технологиялар хаҡында һөйләне.
Юл төҙөлөшө лабораторияһының эше менән танышыу барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. Бында автоматлаштырылған ҡыҫҡыс, термостат, шыйыҡ термокриостат, анализатор ише заманса ҡорамалдар ярҙамында асфальттың сифатын тикшерәләр. Әгәр ул яраҡһыҙ тип табылһа, шунда уҡ кәмселектәрҙе бөтөрөргә ҡушыла. Лаборатория начальнигы, техник фәндәр кандидаты Василий Ивлевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр ҙә ошо йүнәлештә шөғөлләнгәндәрҙең барыһы ла һан түгел, ә сифат тураһында йышыраҡ уйланһа, юлдарҙың торошо күпкә яҡшырасаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан бүлек начальнигы Салауат Таһиров белдереүенсә, юлдарҙы төҙөкләндереүгә һәм ҡаланы күркәмләндереүгә бәйле уй-ниәттәр эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыла.