Өфөләге Кремль һәм Богдан Хмельницкий урамдары киҫелешендә йылылыҡ трассаһы шартланы. Коммуналь фажиғәлә ике еңел автомобиль һәм бер кеше зыян күрҙе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Кремль һәм Хмельницкий урамдарында хәрәкәт ваҡытлыса туҡтатылған. Авария хеҙмәте ҡаза эҙемтәләрен көнөндә үк бөтөргән. Унда 70 кеше һәм 18 берәмек техника йәлеп ителгән. “БашРТС” белгестәре әйтеүенсә, һәләкәт селтәрҙең иҫкереүенә бәйле түгел.